Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугир ялға ҡайтты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән яугир дүртенсе тапҡыр сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Уны ҡала ирекмәндәре шатланып, ҡолас йәйеп ҡаршыланы. “Дюха” позывнойлы яугир “Рәсәй еңеүенә бергәләп” хәрәкәте ирекмәндәрендә ҡунаҡта булды. Осрашыу ихлас, күңелле үтте. Яугир яҡташтарына гуманитар йөк туплауҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе,хеҙмәттәштәренең ҡайнар сәләмен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса һалдатҡа бүләктәрен бирҙе. Плащ-палатка, толстовка, талисман, “Ысын геройға” тип яҙылған һабынды тапшырып, егеткә һаулыҡ, именлек, уңыштар теләнеләр. Ҡунаҡ та осрашыуға буш ҡул менән килмәгән. “Дюха” яҡташтарына һигеҙ торт алып килеп, күстәнәс менән ихлас һыйланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынс

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән яугир дүртенсе тапҡыр сираттағы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Уны ҡала ирекмәндәре шатланып, ҡолас йәйеп ҡаршыланы. “Дюха” позывнойлы яугир “Рәсәй еңеүенә бергәләп” хәрәкәте ирекмәндәрендә ҡунаҡта булды. Осрашыу ихлас, күңелле үтте. Яугир яҡташтарына гуманитар йөк туплауҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе,хеҙмәттәштәренең ҡайнар сәләмен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыттағыса һалдатҡа бүләктәрен бирҙе. Плащ-палатка, толстовка, талисман, “Ысын геройға” тип яҙылған һабынды тапшырып, егеткә һаулыҡ, именлек, уңыштар теләнеләр. Ҡунаҡ та осрашыуға буш ҡул менән килмәгән. “Дюха” яҡташтарына һигеҙ торт алып килеп, күстәнәс менән ихлас һыйланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Фото: ”Стерлитамакский рабочий” гәзите. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!