Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Кампуста уҡытыу – бизнесты үҫтереү ул

XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Бизнес һәм фән өсөн асыҡ диалог. Инновацион белем биреү мөхите (кампустар) стандарты – бизнесты үҫтереү ҡорамалы булараҡ” тигән дискуссия үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар университеттар һәм компанияларҙың нисек итеп бергәләп яңы продукт һәм технологиялар булдырыуы, уларҙы баҙарға сығарыуы тураһында һөйләште. Түңәрәк өҫтәл артында республиканың төп юғары уҡыу йорттары – Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты командалары әңгәмә ойошторҙо. “Кампус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Гладков Евразия фән-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусы моделен технологик эшҡыуарлыҡ ҡорамалы булараҡ тасуирланы. Өфә нефть техник университетының үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов технологик партнерҙар менән эшләүҙең яңы механизмы тураһында һөйләне. Башҡортостан дәүләт аграр университетының проект офисы етәксеһе Ай

XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Бизнес һәм фән өсөн асыҡ диалог. Инновацион белем биреү мөхите (кампустар) стандарты – бизнесты үҫтереү ҡорамалы булараҡ” тигән дискуссия үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар университеттар һәм компанияларҙың нисек итеп бергәләп яңы продукт һәм технологиялар булдырыуы, уларҙы баҙарға сығарыуы тураһында һөйләште. Түңәрәк өҫтәл артында республиканың төп юғары уҡыу йорттары – Башҡортостан дәүләт аграр университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты командалары әңгәмә ойошторҙо. “Кампус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Гладков Евразия фән-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары кампусы моделен технологик эшҡыуарлыҡ ҡорамалы булараҡ тасуирланы. Өфә нефть техник университетының үҫеш программаһы етәксеһе Дмитрий Кузнецов технологик партнерҙар менән эшләүҙең яңы механизмы тураһында һөйләне. Башҡортостан дәүләт аграр университетының проект офисы етәксеһе Айгөл Ғәбитова федераль көн тәртибенең һәм “Приоритет” программаһының өҫтөнлөктәрен аңлатты Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.