Башҡортостанға бизнес ярҙамында инвестициялар килеүен дауам итә. Өфөлә өс көн барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында республика күп миллиардлы инвестициялар йәлеп итә алды. Был турала, аҙналыҡты йомғаҡлап, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урыбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рәстәм Моратов белдерҙе. Оло йыйында Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь, Төркиә һәм Тажикстан дәүләттәренән, шулай уҡ Рәсәйҙең 20 төбәгенән бөтәһе 2500 кеше ҡатнашты. Аҙналыҡ майҙансыҡтарында дөйөм суммаһы 15 миллиард һумдан ашыулыҡ 22 килешеүгә ҡул ҡуйылды. “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвестпроекттарҙы йәлеп итеү һәм тормошҡа ашырырға ярҙам итеү буйынса үткер ысулдар уйлап табыу, уларҙы ғәмәлгә индереү бурысын ҡуйҙы , – тине Рөстәм Моратов. – 2023 йылда өҫтөнлөклө инвестпроекттарға инеү юлындағы бөтә кәртәләрҙе алып ташланыҡ. Бөгөн бер һумлыҡ проект та барлыҡ ташламаларға дәғүә итә ала. Бюджет йоғонтоһо, эш хаҡы, эшләүселәр һаны буйынса үлсәмдәр алын