6 декабрь Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 3 һәм йомғаҡлаусы этабы уҙҙы. Ярышта бөтәһе 50-гә яҡын уҡсы ҡатнашты. Ир-егеттәр араһында: 🥇Ғайсин Батырхан (Ауырғазы районы); 🥈Илфат Мырҙағәлин (Баймаҡ районы); 🥉Ғәлин Вәхит (Баймаҡ районы). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында: 🥇 Ишкилдина Нәилә (Бөрйән районы); 🥈Ярышева Дилара (Күмертау ҡалаһы); 🥉Вәлиева Динә (Учалы районы). 3 этаптың һөҙөмтәһе буйынса Баймаҡ мәргәне Илфат Мырҙағәлин һәм Әбйәлил һылыуы Миләүшә Хәлилова "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогын яуланылар. Шулай уҡ махсус бүләктәрҙе киләһе уҡсылар еңеп алды: Бикбирҙина Имангөл, Ишморатова Әлиә, Иҙрисов Фәиз, Хисаметдинов Нур. Афариндар! Ятып ҡалғансы-атып ҡал!
6 декабрь Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 3 һәм йомғаҡлаусы этабы уҙҙы
7 декабря 20257 дек 2025
~1 мин