Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәшелсәләр тәмле саҡта запасҡа борщ әҙерләп ҡуяйыҡ, ти Рузалия ханым

Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллинаның борщ ҡаплауҙа үҙенең серҙәре бар. Ваҡытығыҙ булғанда һеҙ ҙә ошо рецепт буйынса запасҡа борщ әҙерләп ҡуйығыҙ. Бының өсөн 3 - 4 кг ҡыҙыл сөгөлдөр, 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 2 кг тирәһе кәбеҫтә, 300 гр тирәһе үҫемлек майы кәрәк. – Тәүҙә сөгөлдөрҙәрҙе бешереп алдым да, әрсеп, ҡырғыс аша үткәреп ҡуйҙым. Кәбеҫтәне тураным. Кишерҙе таҙартып,ҡырғыстан үткәрҙем. Һуғанды ла ваҡлап әҙерләнем. Ҙур кәстрүлгә кәбеҫтә, кишер, һуғанды бешерергә ҡуйҙым. Тоҙ, үҫемлек майы, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, 1 литр тирәһе һыу һалдым. 30 минут тирәһе ҡайнағас, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 30 минут бешерҙем. Утты һүндергәс, банка иҫәбенән һанап, берәр аш ҡалағы 9% уксус һалып болғаттым һәм стерилләнгән банкаларға тултырып яптым. Йылы әйбергә төрөп түңкәреп ҡуйҙым. Һыуынғас, баҙға төшөрҙөм. Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!