Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

photos

photos.app.goo.gl/8J6nK5AisG... Бөгөн Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҡараған округтар араһында "Айыҡ ауыл-2025" Республика конкурсы сиктәрендә "Күмәк кросс" эстафета ярышы булып үтте. Йүгереүҙең һаулыҡҡа файҙаһы бик ҙур. Йүгереү кәйефте лә күтәргәнен мерәҫтәр бик яҡшы белә. Шуға ла бик әүҙем, ныҡлы әҙерлек менән ҡатнашты ауыл халҡы был эстафетала. Ярыш ауыл советы бинаһы янында башланып А Игебаев, С. Юлаев, Ирәндек һәм М. Ғәфури урамдары буйлап 1500 метр араны үтеп ауыл советы бинаһы янында тамамланды. Бөтәһе биш команда һәм дүрт депутат ҡатнашты был эстафетала. Аҙаҡҡаса барып етеү өсөн күп көс һәм ныҡлыҡ талап ителә. Бына ошо ныҡлыҡты, татыулыҡты, берҙәмлектә көс булғанын күрһәтте ҡатнашыусы округтар. "Күмәк кросс"та ҡатнашыусыларҙың йәше, һөнәре һәм шөғөлдәре буйынса төрлө әммә бөтәһен дә бөгөн йүгереү берләштерҙе. Йүгереүселәрҙе көйәрмәндәр дәртләндереп, көс биреп торҙо. Финишта бай һәм йылы сәй табыны көттө уларҙы. Шулай итеп: "Иң оло ҡатнашыусы" исеме Алһыу Әшрәф ҡыҙы Замановаға "Иң йәш ҡа

photos.app.goo.gl/8J6nK5AisG...

Бөгөн Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҡараған округтар араһында "Айыҡ ауыл-2025" Республика конкурсы сиктәрендә "Күмәк кросс" эстафета ярышы булып үтте.

Йүгереүҙең һаулыҡҡа файҙаһы бик ҙур.

Йүгереү кәйефте лә күтәргәнен мерәҫтәр бик яҡшы белә. Шуға ла бик әүҙем, ныҡлы әҙерлек менән ҡатнашты ауыл халҡы был эстафетала.

Ярыш ауыл советы бинаһы янында башланып А Игебаев, С. Юлаев, Ирәндек һәм М. Ғәфури урамдары буйлап 1500 метр араны үтеп ауыл советы бинаһы янында тамамланды.

Бөтәһе биш команда һәм дүрт депутат ҡатнашты был эстафетала.

Аҙаҡҡаса барып етеү өсөн күп көс һәм ныҡлыҡ талап ителә.

Бына ошо ныҡлыҡты, татыулыҡты, берҙәмлектә көс булғанын күрһәтте ҡатнашыусы округтар.

"Күмәк кросс"та ҡатнашыусыларҙың йәше, һөнәре һәм шөғөлдәре буйынса төрлө әммә бөтәһен дә бөгөн йүгереү берләштерҙе.

Йүгереүселәрҙе көйәрмәндәр дәртләндереп, көс биреп торҙо. Финишта бай һәм йылы сәй табыны көттө уларҙы.

Шулай итеп:

"Иң оло ҡатнашыусы" исеме Алһыу Әшрәф ҡыҙы Замановаға

"Иң йәш ҡатнашыусы" исеме Хоҙайберҙин Йәмил Йәнтимер улына бирелде.

I урын- "Мәктәп"округы, депутаты Кәрим Тимерғәле улы Ситдиҡов

II урын- "Аҡминде" округы, депутаты Ләйсән Муллахмәт ҡыҙы Ямантаева

III урын- "Шишмә" округы исеменән сығыш яһаусы Илгиз һәм Зөлфиә Утарбаевтар һәм Вилдан Якупов яулаһа.

IV урын- "Парк" округы, депутаты Шамил Сәғәҙей улы Нәҙербаев һәм

V урын- "Ирәндек" округы, депутаты Нурия Ирек ҡыҙы Яҡшығолова яуланы. Әйткәндәй Нурия Ирек ҡыҙы үҙенең "Ирәндек" округы йүгереүселәренә дәртләндереп үҙе әҙерләгән махсус приздар әҙерләп бирҙе. Ул "Йондоҙ" матурлыҡ салонына сертификаттар һәм иҫтәлеккә бүләктәр.

Рәхмәттең иң ҙурын бөгөн округ депутаттарына, ауыл халҡына һәм йүгереүҙә ҡатнашыусыларға еткерәбеҙ.

Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух

Берҙәмлектә көс!