Найти в Дзене

"Фидан Ғафаров мөхәббәтен күрергә килгәйне..."

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың 60 йыл элек тиерлек булған хәтирәләренән. "1966 йылдың йәйендә мин бер төркөм Белорет педагогия училищеһы студенттары менән тыуған районым Ғафуриҙа пионер лагерында вожатый булып эшләгәйнек. Беҙгә Өфө театр училищеһы студенткаһы Фәриҙә килеп ҡушылды, күрше ауылдан. Буласаҡ сәхнә йондоҙо тип ҡабул иттек беҙ уны. Үҙе килеп күҙ сағылдырырлыҡ сибәр, ҡоштай ыҫпай кәүҙәле, нәҙекәй билле, ҡара ҡашлы, күҙҙәре осҡон сәсеп тора, ә йырлауы, ә бейеүе! Ул беҙҙе тиҙ үк ансамбль итеп ойоштороп, репертуар туплап, яҡын-тирә ауылдарҙа концерт ҡуйырға өгөтләп алды. Белорет егеттәре гармунда уйнай, Венера исемле ҡыҙҙары һинд бейеүен башҡара, мин шиғыр уҡыйым. Көндәрҙән бер көндө лагерға Фәриҙәне күрергә дуҫ егете Фидан Ғафаров килеп төштө. Нисек килгән, нисек эҙләп тапҡан, лагерь район үҙәгенән алыҫ урман аҡланында ине. Йәшлек, мөхәббәт! Уҡып бөткәс, район гәзитендә эшләп йөрөгәнемдә, ишеттем: Фәриҙә менән Фидан өйләнешкән. Ғаиләм менән Өфөгә күсеп килгәс,

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың 60 йыл элек тиерлек булған хәтирәләренән. "1966 йылдың йәйендә мин бер төркөм Белорет педагогия училищеһы студенттары менән тыуған районым Ғафуриҙа пионер лагерында вожатый булып эшләгәйнек. Беҙгә Өфө театр училищеһы студенткаһы Фәриҙә килеп ҡушылды, күрше ауылдан. Буласаҡ сәхнә йондоҙо тип ҡабул иттек беҙ уны. Үҙе килеп күҙ сағылдырырлыҡ сибәр, ҡоштай ыҫпай кәүҙәле, нәҙекәй билле, ҡара ҡашлы, күҙҙәре осҡон сәсеп тора, ә йырлауы, ә бейеүе! Ул беҙҙе тиҙ үк ансамбль итеп ойоштороп, репертуар туплап, яҡын-тирә ауылдарҙа концерт ҡуйырға өгөтләп алды. Белорет егеттәре гармунда уйнай, Венера исемле ҡыҙҙары һинд бейеүен башҡара, мин шиғыр уҡыйым. Көндәрҙән бер көндө лагерға Фәриҙәне күрергә дуҫ егете Фидан Ғафаров килеп төштө. Нисек килгән, нисек эҙләп тапҡан, лагерь район үҙәгенән алыҫ урман аҡланында ине. Йәшлек, мөхәббәт! Уҡып бөткәс, район гәзитендә эшләп йөрөгәнемдә, ишеттем: Фәриҙә менән Фидан өйләнешкән. Ғаиләм менән Өфөгә күсеп килгәс, Фәриҙә миңә һирәкләп шылтыратҡыланы, үҙе эҙләп тапты. Осрашырға форсат сыҡманы, ни эшләптер. 2020 йылда ул минең "Йыртҡыс ҡаны" тигән китабымды һорап алды, килеп сыҡ, һөйләшеп ултырырбыҙ, тип саҡырғайным да, мин ауылда, сирләп торам, тине. Китабымды улына, Азаматына, тапшырҙым". Гөлнур Яҡупова, яҙыусы, шағирә. Сығанаҡ: https://amanat.su/articles/common_material/2022-08-25/y-shlek-h-tir-l-re-2921874 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!