Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Юристар көнөнә һәм 20 йыллыҡ юбилейға арналды

XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында XI Дөйөм Рәсәй юридик форумы үткәрелде. Ул Рәсәйҙәге Юристар көнөнә арналды. Фоурмды асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юристар ассоциацияһын 20 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. “Беҙ ысын мәғәнәһендәге мөһим сәбәп буйынса йыйылдыҡ”, – тине республика етәксеһе. – “Башҡортостандың Юристар ассоциацияһы булдырылған саҡтағы ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләйбеҙ. Был һәйбәт башланғыс ине. Һәм хәҙер ул көндән алып 20 йыл үтте. Бөгөн мин ошо һөнәргә ҡағылышы булған һәр кемде тәбрикләргә теләр инем – юристарҙы, уҡытыусыларҙы һәм, әлбиттә, Хоҡуҡ институтында уҡыған йәштәрҙе. Барыһына ла уңыштар, үҙе һайлаған һәнәргә һәм хоҡуҡ ҡағиҙәләренә тоғро ҡалыуҙарын теләйем. Ни тиһәң дә, беҙ хоҡуҡ ҡағиҙәләре беҙҙең әхлаҡ ҡағиҙәләре менән тап килә тип эш итәбеҙ”. Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев, форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, эксперттар йәмәғәтселегенең сифатлы эшләүен һәм ҡануниәтте үҫтереүгә өлөшө ҙур булыуын билдәләне. “Ассоциаци

XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында XI Дөйөм Рәсәй юридик форумы үткәрелде. Ул Рәсәйҙәге Юристар көнөнә арналды. Фоурмды асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юристар ассоциацияһын 20 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. “Беҙ ысын мәғәнәһендәге мөһим сәбәп буйынса йыйылдыҡ”, – тине республика етәксеһе. – “Башҡортостандың Юристар ассоциацияһы булдырылған саҡтағы ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләйбеҙ. Был һәйбәт башланғыс ине. Һәм хәҙер ул көндән алып 20 йыл үтте. Бөгөн мин ошо һөнәргә ҡағылышы булған һәр кемде тәбрикләргә теләр инем – юристарҙы, уҡытыусыларҙы һәм, әлбиттә, Хоҡуҡ институтында уҡыған йәштәрҙе. Барыһына ла уңыштар, үҙе һайлаған һәнәргә һәм хоҡуҡ ҡағиҙәләренә тоғро ҡалыуҙарын теләйем. Ни тиһәң дә, беҙ хоҡуҡ ҡағиҙәләре беҙҙең әхлаҡ ҡағиҙәләре менән тап килә тип эш итәбеҙ”. Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев, форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, эксперттар йәмәғәтселегенең сифатлы эшләүен һәм ҡануниәтте үҫтереүгә өлөшө ҙур булыуын билдәләне. “Ассоциацияның 20 йыллыҡ эшмәкәрлеге дәүерендә уның эксперттары миллион ярымдан ашыу түләүһеҙ юридик консультация бирҙе”, – тине ул. – “Ассоциацияның Башҡортостандағы бүлексәһендә генә лә былтыр 10 меңдән ашыу консультация үткәрелгән, быйылғы йылдың туғыҙ айында туғыҙ меңдән ашыу гражданға ярҙам күрһәтелгән”. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең сығышында төбәктәге властың ролен хоҡуҡ теорияһы менән ғәмәлдәге эш араһын тоташтырыусы сылбыр булараҡ билдәләне. Рәсәй Юристар ассоциацияһының рәйестәше Владимир Плигин хоҡуҡ системаһын үҫтереүҙең нигеҙ мәсьәләләренә туҡталып үтте. Башҡортостандың Конституцион советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев конституцион контролдең төп мәсьәләләре менән таныштырҙы. Ултырыш наградалау тантанаһы менән тамамланды. Владимир Груздев Салауат Юлаев орденына, Владимир Плигин Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, Эшҡыуарҙар хоҡутарын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова “Башҡортостан Республикаһының атғаҙанған юрисы” исеменә лайыҡ булды. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!