Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Хәйбулла районының Ивановка, Федоровка һәм Һамар ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған обелисктар асылды

Хәйбулла районының Ивановка, Федоровка һәм Һамар ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған обелисктар асылды. - Ҡәҙерле яҡташтар! Махсус хәрби операция яугирҙәренә обелиск – ул үҫеп килеүсе быуын өсөн батырлыҡ һәм рух көсө өлгөһө. Беҙ улар тураһында хәтерҙе һаҡларға һәм уларҙың батырлығына лайыҡлы булырға тейешбеҙ. Яугирҙәрҙең яҡындары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, һәр яҡташ яугиргә ҡыйыулығы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, бөгөн яу ҡырында булған яҡташтарҙың иҫән-һау тыуған еренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Әйткәндәй Фёдоровка ауылында обелискты асыу тантанаһында Хәйбулла яугирҙәре менән бергә шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән Рәсәй Геройы Аблькасн Туремуратов ҡатнашты. Тантанаға яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр килде. Беҙҙең районда быйыл бөтә 13 ауыл биләмәһендә лә махсус хәрби операция батырҙарына арналған обелисктар ҡуйыу планлаштырылған. Объекттар яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында хәтерҙе һаҡлауға йүнәл

Хәйбулла районының Ивановка, Федоровка һәм Һамар ауылдарында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған обелисктар асылды.

- Ҡәҙерле яҡташтар! Махсус хәрби операция яугирҙәренә обелиск – ул үҫеп килеүсе быуын өсөн батырлыҡ һәм рух көсө өлгөһө. Беҙ улар тураһында хәтерҙе һаҡларға һәм уларҙың батырлығына лайыҡлы булырға тейешбеҙ. Яугирҙәрҙең яҡындары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, һәр яҡташ яугиргә ҡыйыулығы өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, бөгөн яу ҡырында булған яҡташтарҙың иҫән-һау тыуған еренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ, тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Әйткәндәй Фёдоровка ауылында обелискты асыу тантанаһында Хәйбулла яугирҙәре менән бергә шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән килгән Рәсәй Геройы Аблькасн Туремуратов ҡатнашты.

Тантанаға яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр килде.

Беҙҙең районда быйыл бөтә 13 ауыл биләмәһендә лә махсус хәрби операция батырҙарына арналған обелисктар ҡуйыу планлаштырылған.

Объекттар яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары хаҡында хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән башланғыс.

-2
-3
-4
-5
-6
-7
-8
-9