Найти в Дзене

Дауаханаға яңы технологиялар килә

Салауат ҡалаһы дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамал – BTL - 4000 аппараты алынды. Был күп функциялы физиотерапия аппараты ультратауыш, электр-, магнит- һәм лазер терапияһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал ҙур сенсорлы экран һәм дауалау протоколдары булған мәғлүмәт базаһы менән йыһазландырылған. Аппараттың селтәрҙән дә, аккумуляторҙан да эшләй алыуы уны стационарҙа ла, мобиль шарттарҙа ла файҙаланырға мөмкинлек бирә. –Заманса ҡорамал һөҙөмтәһендә беҙ тағы ла сифатлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк ярҙам күрһәтә аласаҡбыҙ. Алдынғы технологиялар процедураларҙы яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ үткәрергә булышасаҡ, – ти физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Елена Корженко. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр

Салауат ҡалаһы дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заманса ҡорамал – BTL - 4000 аппараты алынды. Был күп функциялы физиотерапия аппараты ультратауыш, электр-, магнит- һәм лазер терапияһы үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал ҙур сенсорлы экран һәм дауалау протоколдары булған мәғлүмәт базаһы менән йыһазландырылған. Аппараттың селтәрҙән дә, аккумуляторҙан да эшләй алыуы уны стационарҙа ла, мобиль шарттарҙа ла файҙаланырға мөмкинлек бирә. –Заманса ҡорамал һөҙөмтәһендә беҙ тағы ла сифатлыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк ярҙам күрһәтә аласаҡбыҙ. Алдынғы технологиялар процедураларҙы яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ үткәрергә булышасаҡ, – ти физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Елена Корженко. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!