Интернет селтәрҙәрендә билдәле блогер Башҡорт хужабикәһенең (Әбйәлил ҡыҙы Миләүшә Шәйхисламова) яҙылыусылары уның ашҡаҙанға операция эшләтеүен, был әмәлиәттән һуң үҙен нисек тойоуын уҡып, ҡарап, белеп бара. Эйе, Миләүшә үҙе лә тормошондағы был мөһим аҙым тураһында баштан уҡ йәшермәй һөйләй. Операциянан һуң ул ныҡ ҡына ябыҡты. Һәм бөгөн төрлө каналдарҙа, селтәрҙәрҙә Башҡорт хужабикәһенең ябығыуы темаһы – иң ныҡ тикшерелгәндәрҙең береһе. Кемдәргәлер оҡшай, улар ошондай ҡыйыу аҙымға бара алған Миләүшәне хуплай. Ә икенселәргә оҡшамай. Әлбиттә, үҙенең һаулығына ҡағылышлы ҡарарҙарҙы һәр кем үҙе ҡабул итә. Миләүшәгә килгәндә, ул һис тә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, элеккесә оптимизм менән йәшәүен, блогер булараҡ яңылыҡтары менән уртаҡлашыуын дауам итә. Ашҡаҙан резекцияһы – ул хирургик алым ярҙамында был ағзаның бер өлөшөн алып ташлау. Уны төрлө осраҡтарҙа, мәҫәлән, патология булғанда ла эшләйҙәр. Шулай уҡ ябығыу маҡсатында ашҡаҙанын бәләкәсәйтеү өсөн операцияға барыусылар ҙа күп. Ә һеҙ был