Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаева сәхнәгә тәүге тапҡыр ҡасан сыҡҡан?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Гөлназ Асаеваның ижадын күптәр ярата. Уның тәбиғәттән бирелгән моңо, сәхнә өсөн генә яратылған матурлығы тамашасыларҙы үҙенең концертына йәлеп итмәй ҡалмайҙыр. Йырсының атаһы Рөстәм Асаев та ҡыҙының йырҙарын яратып ҡабул итеүе хаҡында белдерә һәм үҙе лә уның концерттарында йыш сығыш яһай. Атаһы менән ҡыҙ башҡарған Асаевтар дуэтын йыр һөйөүселәр һәр саҡ юғары баһалай. Ә шулай ҙа йыр - моң бишегендә тирбәлеп үҫкән Гөлназ тәүге тапҡыр нисә йәшендә сәхнәгә сыҡҡан икән? Был хаҡта атаһы хәбәр иткән. “Өс йәшендә әсәһе менән мәктәпкә осрашыу кисәһенә барҙыҡ. Беҙ дуэт йырлайбыҙ, Гөлназ залда ҡарап ултыра. Шул саҡ йүгереп сәхнәгә менде лә, минең микрофонды алып, йырҙы дауам итте. Шаҡ ҡаттым шул саҡ! Уны хәҙер берәү ҙә хәтерләмәй, ә минең гел иҫемдә. Беренсе сығышы ине ул Гөлназдың”, - тигән йырсы Рөстәм Асаев. Булғандыр, ни тиһәң дә шундай шәп йырсыларҙан нисек йырсы тыумаһын инде... Артабан да тамашасыларыңды йыр - моңдарың менән ҡыуандырыуыңды

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, популяр йырсы Гөлназ Асаеваның ижадын күптәр ярата. Уның тәбиғәттән бирелгән моңо, сәхнә өсөн генә яратылған матурлығы тамашасыларҙы үҙенең концертына йәлеп итмәй ҡалмайҙыр. Йырсының атаһы Рөстәм Асаев та ҡыҙының йырҙарын яратып ҡабул итеүе хаҡында белдерә һәм үҙе лә уның концерттарында йыш сығыш яһай. Атаһы менән ҡыҙ башҡарған Асаевтар дуэтын йыр һөйөүселәр һәр саҡ юғары баһалай. Ә шулай ҙа йыр - моң бишегендә тирбәлеп үҫкән Гөлназ тәүге тапҡыр нисә йәшендә сәхнәгә сыҡҡан икән? Был хаҡта атаһы хәбәр иткән. “Өс йәшендә әсәһе менән мәктәпкә осрашыу кисәһенә барҙыҡ. Беҙ дуэт йырлайбыҙ, Гөлназ залда ҡарап ултыра. Шул саҡ йүгереп сәхнәгә менде лә, минең микрофонды алып, йырҙы дауам итте. Шаҡ ҡаттым шул саҡ! Уны хәҙер берәү ҙә хәтерләмәй, ә минең гел иҫемдә. Беренсе сығышы ине ул Гөлназдың”, - тигән йырсы Рөстәм Асаев. Булғандыр, ни тиһәң дә шундай шәп йырсыларҙан нисек йырсы тыумаһын инде... Артабан да тамашасыларыңды йыр - моңдарың менән ҡыуандырыуыңды дауам итә, Гөлназ! Сығанаҡ һәм фото: "Сөйөмбикә" журналы Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!