Конкурсҡа биш меңгә яҡын ғариза килгән. Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса вуз-ара кампус резиденты - Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдарының 10 проекты хуплау тапты. Был Башҡортостан вуздары араһында иң яҡшы һөҙөмтә. 2026-2027 йылдарҙа фундаменталь һәм эҙләнеү фәнни тикшеренеүҙәренә өс миллион һум күләмендә грантҡа эйә булғандар: - Гөлнара Воробьева, Информатика, математика Һәм робот техникаһы институтының хисаплау математикаһы һәм кибернетика кафедраһы профессоры; - Андрей Кистанов, Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Экстремаль тәьҫирҙәрҙәге металдар һәм иретмәләр лабораторияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре; - Морат Джаубермезов, Тәбиғәт һәм кеше институтының генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы доценты; - Булат Әхмәтшин, Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау институтының физик химия һәм химик экология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы; - Дмитрий Александров, Химия һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә яҡлау институтының иретеп йәбештереү, ҡойоу һәм аддитив технологиялар кафедраһы ассист
Вуз-ара кампус резиденты РНФ гранттарын алыусылар араһында лидер булды
5 декабря 20255 дек 2025
2 мин