Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция иғлан итеү менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы ла яугирҙәргә ярҙам итергә тотона. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Лены Ултыраҡова әйтеүенсә, ауыл халҡы ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына һәр саҡ гуманитар ылау туплауҙа оло ярҙам күрһәтелә. Маскировкалау селтәрҙәре, ҡоро душ, иҫән ҡалыу браслеттарымы булһынмы, тәгәрмәсле мунса, окоп шәмдәре, тыуған яҡ сәләмдәре булған–шифалы сәйҙәр, киптерелгән ҡорот, ҡайын миндектәре, һалма, сәк–сәк тиһеңме, күҙ нурҙарын түгеп бәйләнгән йылы ойоҡбаш–бирсәткәләрме–барыһын да йәнтештәр яу яланындағы яугирҙәр өсөн хәстәрләй. Хәйбулла районына сираттағы командировкаға барғанда ла Йәнтеш ауылын ситләтеп үтә алманыҡ. Сөнки Лена Фуат ҡыҙынан 10 көн эсендә 80 дана дронға ҡаршы юрған тегеүҙе тамамлайбыҙ тигән хәбәрҙе алғас та, яугирҙәргә ярҙам иткән изге йөрәкле уңғандар менән танышырға ашыҡтыҡ. Кис булыуға ҡарамаҫтан, Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йортонда эштең ҡайнаған сағы. Кемдер юрғандарға кәрәкле әйберҙәрҙе ипләп кенә һала бара, икенсе урында тегенселәр тегә. Ә ир–егеттәр ҡоро душ, иҫән ҡалыу браслеттары эшләй, кемдер яугирҙәр өсөн һәнәк, көрәк һаптары өсөн әҙерләнгән ағастарҙың кибеү–кипмәүен тикшерә. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр кемдең үҙ эше, әммә барыһы ла фронт өсөн, бары тик Еңеү өсөн башҡарыла. —Район буйынса тик беҙҙең ауылда ғына “Изгелек” тип аталған ир–егеттәрҙән генә торған ирекмәндәр клубы эшләй. Ауылдың төрлө йәштәге ир–уҙамандарын туплаған клуб ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәрҙең көнкүрешен еңеләйтеү өсөн Һаҡмар йылғаһы ярынан мейес таштары йыйылған бер нисә тоҡ оҙатты. Был эште ауылыбыҙҙың абруйлы ирҙәренең береһе, яугир атаһы һәм олатаһы Вәлиәхмәт Исҡужин ҙур теләк менән атҡарып сыҡты. Шулай уҡ “Изгелек” ирекмәндәре көрәк, балта һаптары әҙерләне, әле уларҙы тиҙҙән райондан оҙатыласаҡ гуманитар ылауға алып барып тапшырасаҡбыҙ. Райондың “Тыуған тыл. Хәйбулла” (етәксеһе – Юлиә Ғәлиева) төркөмө ирекмәндәре махсус хәрби операция башланғандан алып ҙур эш башҡара. Беҙҙең ауыл ирекмәндәре лә был төркөмгә ҡарай һәм улар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эш алып бара. Дронға ҡаршы юрғандарҙы тегеүҙә улар беҙгә тауар (махсус материал) һатып алып бирҙе, башҡа кәрәк–яраҡтарын үҙебеҙ алдыҡ, ҡайһыларын интернет–магазиндарҙан яҙҙыртып та, ҡайҙандыр ҡайтарып та алырға тура килде. Эш еңелдән түгел, нескәлек һәм иғтибар талап итә, әммә беҙҙең уңған ҡатын–ҡыҙҙарыбыҙ үҙ ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, 10 көн эсендә 80 дана юрған тегеүгә иреште. Был юрғандар беҙҙең яугирҙәр өсөн ышаныслы һаҡланыу сараһы булып тора. Был эштә иң мөһиме–материал ҡатламдарын дөрөҫ урынлаштырыу мөһим. Юрғандарҙың өҫтөндә артыҡ тишектәр булырға тейеш түгел, сөнки был герметиклыҡты боҙа ала. Шуға күрә тегенселәр теккән саҡта уларға бер ҡатын мотлаҡ ярҙамлаша, шунһыҙ эш килеп сыҡмай. Тегенселәребеҙ Зилиә Исҡужина менән Мөнирә Таһированың тилбер бармаҡтары “һә” тигәнсә тегеп тә ҡуя, ә яугир әсәһе Гөлйыһан Исҡужина изге теләктәр теләп, тегенселәргә ярҙам итә,–ти Лена Фуат ҡыҙы. Йәнтеш ауылының уңған ҡатын–ҡыҙ ирекмәндәре клубҡа көн һайын тиерлек эшкә килгән кеүек килә. Яугирҙәр өсөн изге ғәмәлдәрҙең береһе тамамланыуға икенсеһе башлана. Яңыраҡ ҡына маскировкалау селтәрҙәре үрелһә, әле ҡатын–ҡыҙҙар дронға ҡаршы юрғандарҙы дөрөҫ итеп ҡырҡыу, ҡатламдарын урынлаштырыу менән мәж килә. Бында бигерәк тә Лена Ултыраҡова, Сәйҙә Исҡужина, Фәниә Арыҫланова, Гөлнур Моталова, Ләйсән Бикбова һәм Зилә Сынбулатоваларҙың хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Ирле–ҡатынлы Гөлйыһан һәм Вәлиәхмәт Исҡужиндар көн һайын бында килергә ғәҙәтләнгән. Улы һәм ейәне махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Исҡужиндарҙың теләктәре бер: “Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландары иҫән–һау әйләнеп ҡайтһын!”. Шуға күрә һәр көн килеп, аҙ булһа ла яугирҙәр өсөн ярҙам итергә тырышып тороуҙарын аңларға була. “Нисек үҙең йылы өйҙә ултырып, уландарыбыҙҙың яу яланында ямғырҙа һыуланып, һыуыҡта өшөп ултырыуҙарына түҙәһең. Беҙ бәйләгән таҫмаларҙың, эшләгән браслеттарҙың береһе генә булһа ла яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлай икән, тимәк, эшләгән эштәребеҙ юҡҡа түгел”,–ти Вәлиәхмәт Исҡужин. Ауыл аҡһаҡалының һүҙҙәрен Нурислам Моталов, Фәйзулла Исҡужин, Филүс Билалов, Айҙар Иштановтар ҙа ҡеүәтләй. Шулай уҡ яугирҙәргә оҙатылған маскировкалау селтәрҙәрендә, юрғандарҙа,йылы ойоҡбаш–бирсәткәләрҙең һәр береһендә иң изге теләктәр яҙылған хаттар, доғалыҡтар һалына. Һәр кем ҡул йылыһы менән генә түгел, ә күңел йылыһын да ҡушып, изге теләктәрен теләп яугирҙәргә улар эшләгән әйберҙәр тиҙерәк барып етһен өсөн тырыша. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ мәҡәле лә. Тылда ла, махсус операция биләмәһендә лә бары тик Еңеү өсөн эшләнгән эштәрҙең тиҙ арала тамамланыуын һәр кем түҙемһеҙлек менән көтә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә “Тыуған ил.Хәйбулла” яугирҙәргә ярҙам итеү төркөмө ирекмәндәре һәм гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашыусылар “Фронтҡа ярҙамы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәндәр. Улар араһында Йәнтеш ауыл мәҙәниәт йорто директоры Лена Ултыраҡова ла бар. Автор фотолары. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус хәрби операция иғлан итеү менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы халҡы ла яугирҙәргә ярҙам итергә тотона. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ауыл мәҙәниәт йорто директоры Лены Ултыраҡова әйтеүенсә, ауыл халҡы ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына һәр саҡ гуманитар ылау туплауҙа оло ярҙам күрһәтелә. Маскировкалау селтәрҙәре, ҡоро душ, иҫән ҡалыу браслеттарымы булһынмы, тәгәрмәсле мунса, окоп шәмдәре, тыуған яҡ сәләмдәре булған–шифалы сәйҙәр, киптерелгән ҡорот, ҡайын миндектәре, һалма, сәк–сәк тиһеңме, күҙ нурҙарын түгеп бәйләнгән йылы ойоҡбаш–бирсәткәләрме–барыһын да йәнтештәр яу яланындағы яугирҙәр өсөн хәстәрләй. Хәйбулла районына сираттағы командировкаға барғанда ла Йәнтеш ауылын ситләтеп үтә алманыҡ. Сөнки Лена Фуат ҡыҙынан 10 көн эсендә 80 дана дронға ҡаршы юрған тегеүҙе тамамлайбыҙ тигән хәбәрҙе алғас та, яугирҙәргә ярҙам иткән изге йөрәкле уңғандар менән танышырға ашыҡтыҡ. Кис булыуға ҡарамаҫтан, Йәнтеш ауы