Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Эшҡыуарҙың төп бурысы – стратег булыу”

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшен дауам итә, бөгөн унда, төрлө секцияларҙан тыш, пленар ултырыш та үткәрелде. “Глобаль мәсьәләләр эпохаһындағы хеҙмәттәшлек стратегияһы” тип аталған пленар ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Тышҡы сауҙа академияһы ректоры Виттория Иҙрисова, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың “ОПОРА РОССИИ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш вице-министры Рахымжан Исакулов, Һиндостан сәйәсмәне, адвокат, йәмәғәт эшмәкәре, “Һиндостан халыҡ партияһы”ның вице-президенты, Һиндостандың билбаулы көрәш федерацияһының өлкән вице-президенты Раджеш Багха ҡатнаштылар. “Ошоға саҡлы беҙ чиновникты стратег, ә эшҡыуарҙы тактик тип иҫәпләй инек. Хәҙер ҡараш үҙгәрә: эшҡыуарға стратег булыуҙан башҡа сара ҡалмай, сөнки ул инвестицияны ҡайҙа һәм күпме йүнәлтергә, нисә йылдан табыш ала башларға икәнен ҡабат-ҡабат иҫәпләп, алдан ана

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында барған XVIII Халыҡ-ара бизнес аҙналығы эшен дауам итә, бөгөн унда, төрлө секцияларҙан тыш, пленар ултырыш та үткәрелде. “Глобаль мәсьәләләр эпохаһындағы хеҙмәттәшлек стратегияһы” тип аталған пленар ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Тышҡы сауҙа академияһы ректоры Виттория Иҙрисова, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың “ОПОРА РОССИИ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин, Ҡаҙағстандың сәнәғәт һәм төҙөлөш вице-министры Рахымжан Исакулов, Һиндостан сәйәсмәне, адвокат, йәмәғәт эшмәкәре, “Һиндостан халыҡ партияһы”ның вице-президенты, Һиндостандың билбаулы көрәш федерацияһының өлкән вице-президенты Раджеш Багха ҡатнаштылар. “Ошоға саҡлы беҙ чиновникты стратег, ә эшҡыуарҙы тактик тип иҫәпләй инек. Хәҙер ҡараш үҙгәрә: эшҡыуарға стратег булыуҙан башҡа сара ҡалмай, сөнки ул инвестицияны ҡайҙа һәм күпме йүнәлтергә, нисә йылдан табыш ала башларға икәнен ҡабат-ҡабат иҫәпләп, алдан анализлап эшләргә тейеш”, – тине төп доклад менән сығыш яһаған Андрек Назаров. – “Ә был табышҡа ул бер нисә йылдан йәки тиҫтәләрсә йыл үткәс кенә иҫәп тота ала, шуға күрә уға стратег булырға тура килә”. Андрей Геннадьевичтың: “Дөрөҫ, хәҙер эшҡыуарҙы яҡлаусы омбудсмендар бар, чиновтиктарҙы яҡлаған ошондай вазифа ла кәрәк ине ул, юҡһа уларҙы һәр кем ҡыйырһытырға әҙер”, тип ярым шаяртып әйткәнен ултырышта ҡатнашыусылар алҡышлап ҡаршы алды. Премьер-министр хәҙерге замандағы эшлекле хеҙмәттәшлектең күп кенә өлкәләренә туҡталып үтте. Әйткәндәй, төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡты йәнләндереү маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылған бизнес-шәрифтәр институтының эшмәкәрлеге буйынса беҙҙең республика алдынғылыҡты биләй. 2019 йылда һәр районда булдырылған бизнес-шәрифтәр эшен 2021 йылда Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов иң яҡшы ғәмәл тип билдәләгәйне. Башҡа спикерҙарҙың йөкмәткеле сығыштарын да бизнес аҙналығында ҡатнашыусылар иғтибар менән тыңланы. Автор фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ