Миңзәлә Шаһманова Яңауыл ауылында ябай колхозсылар Мәрзиә һәм Зиннур Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан ауыл фермаһында әсәһенә мал тәрбиәләшеп, хеҙмәт тәрбиәһе ала. Мәктәптән һуң төрлө урында эшләй. 1981 йылда Радик Шаһманов менән ғаилә ҡороп, Рөстәм улдарына ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштары килеп сыҡмай, сабыйҙарына йәш тулмай, ғаилә тарҡала. Миңзәлә ауырлыҡтарға бирешмәй, ошо мәлдә үҙендә яңынан йәшәргә, тормош башларға көс таба. Шәрип ауылы егете Рифат менән ғаилә ҡороп, икенсе никахтан бөгөн ныҡлы терәге, кәңәшсеһе булған Рәзилә ҡыҙы донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире фажиғәле рәүештә вафат була. Бында ауыл фермаһында эшләй Миңзәлә Зиннур ҡыҙы. Социалистик план, йөкләмәләр осорон берләштергән йылдарҙағы тиҫтерҙәре Зәниә Иҫәнъюлова, Миңъямал Иҫәнъюлова, Гөлнур Ҡотлобулатова, Зөбәржәт Иҫәнъюлова, Закира Байгилдина, Рәсилә Ғайсина менән бөгөн дә аралашырға форсат таба. Утыҙлаған һыйыр һауып, һөтөн ҡул көсө менән ташыған, эшкәрткән, тәүлектең күп ос
“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”
6 декабря 20256 дек 2025
3 мин