Йәше туҡһанға яҡынлаған бер әбейҙең кисерештәре: “Аллаға шөкөр, ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та оҙон ғүмер кисерҙем, бер кемгә лә үпкәм юҡ, үкенестәрем дә ҡалманы. Һаулығым да ярайһы ғына, һәр хәлдә, үҙемде үҙем ҡарайым, бер кемгә лә ыҙамды һалмайым. Тик һуңғы ваҡытта кешеләр, бигерәк тә йәштәр алдында уңайһыҙланам. Берәй ергә барһам, был әбейгә бында ни ҡалған, нимә эшләп йөрөй икән, тип ҡырын ҡараған кеүектәр. Үҙемдән йәш кешеләрҙең, айырыуса йәштәрҙең үлем хәбәрен ишетһәм, бигерәк ҡыйын булып китә. Улар был донъяны ҡалдыра, ә мин һаман да йәшәйем, кемдеңдер урынын биләп торған кеүекмен. Оҙаҡ йәшәүемдән ояла башланым...” Психолог Ғәлиә Сәлихованан кәңәш: - Беҙ, бәхеткә күрәме, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы – быныһын һәр кем үҙе хәл итә, үҙебеҙҙең күпме ваҡыт йәшәребеҙҙе белмәйбеҙ. Ошо яҡты донъяла бары тик тәғәйен үҙебеҙгә бирелгән ғүмерҙе үтәбеҙ, кеше яҙмышын да, уға тейеш ваҡытты ла тартып алмайбыҙ, сөнки был мөмкин түгел. “Ҡартлыҡ барыһының да өлөшөнә төшмәй ул, сөнки кемдер йәшләй үлә” тигән әйтем б