Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу темптары айына 1 миллиард һум күләмендә һаҡланған. 2025 йылдың 11 айында Башҡортостан аграрийҙары 10,8 миллиард һумға 1890 берәмек техника һатып алған, был былтырғы ошо уҡ осор кимәлендә. Рәсәйҙең ауыл хужалығын яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») милли проектының маҡсаты булып тора, тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Яңыртыу темптары агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһына булышлыҡ итә. Ағымдағы йылда ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә уның сиктәрендә 700 миллион һумдан ашыу субсидия түләнгән. Техника һәм ҡорамалдар заманса ауыл хужалығы производствоһында бик мөһим роль уйнай. — -Иҡтисади ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, республика аграрийҙары айына 1 миллиард һум иҫәбенән техника һатып алыу темптарын тотҡарлауын дауам итә. Шуны иҫтә тотоу мөһим: заманса тех