Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бизнес һәм фән өсөн майҙансыҡ

3-5 декабрҙә Өфөлә 18-се халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә.Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе ҙур сара булып тора ул. “Торатау” конгресс-холында барған форум Рәсәй, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Тажжикистан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән вәкилде тупланы. Форумда федераль һәм төбәк башҡарма власть огандары етәкселәре, иҡтисад, инвестициялар һәм инновациялар тармағындағы эксперттар ҡтнаша. 4 декабрҙә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының майҙансыҡтарының береһе – донъя кимәленәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы буласаҡ. Уның үҫешкән инфраструктураһы һәм ҙур потенциалы халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы уҙарыу талаптарына тулыһынса яуап бирә. -Беҙҙең майҙансыҡта халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы кеүек ҙур сараны уҙғарыу фән, белем биреү, сәнәғәт бәйләнешендә кампуста булдырылған экосиситеманы күрһәтеү мөмкинлеге лә. Беҙ заманса лабораториялар биреп кенә ҡалмайбыҙ, төбәктең һәм илдең иҡтисады өсөн мөһим идеялар тыуҙырған, бурыстар хәл и

3-5 декабрҙә Өфөлә 18-се халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә.Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе ҙур сара булып тора ул. “Торатау” конгресс-холында барған форум Рәсәй, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Тажжикистан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән вәкилде тупланы. Форумда федераль һәм төбәк башҡарма власть огандары етәкселәре, иҡтисад, инвестициялар һәм инновациялар тармағындағы эксперттар ҡтнаша. 4 декабрҙә халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығының майҙансыҡтарының береһе – донъя кимәленәге Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы буласаҡ. Уның үҫешкән инфраструктураһы һәм ҙур потенциалы халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы уҙарыу талаптарына тулыһынса яуап бирә. -Беҙҙең майҙансыҡта халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығы кеүек ҙур сараны уҙғарыу фән, белем биреү, сәнәғәт бәйләнешендә кампуста булдырылған экосиситеманы күрһәтеү мөмкинлеге лә. Беҙ заманса лабораториялар биреп кенә ҡалмайбыҙ, төбәктең һәм илдең иҡтисады өсөн мөһим идеялар тыуҙырған, бурыстар хәл ителгән мөхит формалаштырабыҙ, - ти кампус директоры Сергей Гладких. Вуз-ара студенттар кампусы кеүек алдынғы үҙәк булдырыу Башҡортостандың заманса кампустар селтәре төҙөү буйынса федераль проект тормошҡа ашырылған пилот төбәктәре исемлегенә инеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Өфөнөң вуз-ара кампусы проекты – уҡыу корпустары ғына түгел, торлаҡ йорттары, уҡыу-фән комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа объекттары булған ҙур студенттар ҡалаһы. Вуз-ара студенттар кампусындағы саралар бизнес һәм фән араһындағы асыҡ диалогҡа ҡоролған. Сығанаҡ: “Халыҡ ара бизнес аҙналығы -2025” рәсми сайтынан. Фото: campusufa.ru