Хәҙер ойошмаларҙың яңылыҡтарын милли мессенджерҙа ҡарарға мөмкин Илдә милли мессенджер МАХ барлыҡҡа килеүе - дәүләт пабликтары инфраструктураһын үҫтереү өсөн сираттағы аҙым. 2025 йылдың авгусынан дәүләт органдары һәм ойошмалары, шулай уҡ субъект башлыҡтары МАХ-та үҙ каналдарын булдыра башланы. “Төбәк диалогы” АНО-һы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта мессенджерҙа бөтә 89 төбәк хөкүмәте башлыҡтары, 4 меңдән ашыу башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары каналдары теркәлгән. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт учреждениелары, дауаханалар, йәштәр ойошмалары дәүләт каналдарын булдырыуҙың әүҙем фазаһында. Башҡортостанда MAX-та дәүләт ойошмаларының һәм ведомстволарының 900-ҙән ашыу бите теркәлгән. Мәҫәлән: - Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте: https://max.ru/glavbash - Өфө ҡалаһы хакимиәте: https://max.ru/ufa - Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы: https://max.ru/minzdravrb “Төбәктәр диалогы” АНО-һы шулай уҡ МАХ мессенджерына аудитория йәлеп итеү буйынса Рәсәй төбә
Хәҙер ойошмаларҙың яңылыҡтарын милли мессенджерҙа ҡарарға мөмкин
4 декабря 20254 дек 2025
1
1 мин