Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм Махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр. - Системалы, маҡсатлы эшләгәндәр генә уңышҡа өлгәшә тип һәр саҡ әйтәм. Туҡталмайынса алға барыу зарур. Беҙҙең махсус иҡтисади зона тап шуны раҫлай. «Алға» рейтингтың махсус номинацияларында еңгәйне инде, ике тапҡыр әүҙем үҫешеүсе биләмә тип табылды һәм бына хәҙер – тәүге өсәү иҫәбендә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 2025 йылда рейтингка илдең 48 махсус иҡтисади зонаһы ингән. Уны әҙерләгәндә рәсми статистика мәғлүмәттәре, айырым иҡтисади зонаның идара итеүсе компанияларының мәғлүмәттәре һәм бойондороҡһоҙ эксперттарҙың баһалары файҙаланылған. - Был рейтинг инвестициялар йәлеп итеүгә һәм яңы юғары технологиялы производстволар булдырыуға булышлыҡ итеп, бөтә төр айырым иҡтисади биләмәләрҙе үҫтере
“Алға” айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбендә
4 декабря 20254 дек 2025
2 мин