“Китап” нәшриәте кибетенең осрашыуҙар майҙансығында Башҡорт теле көнө алдынан “Китап һөйөүселәр” тип аталған үҙенсәлекле акция үтә. Ул билдәле йырсыларҙы һәм китап һөйөүселәрҙе берләштерә. Ҡыҙыҡлы факт: “Китап”тағы тере тауыш” форматы магазин ҡунаҡтары әйткән теләктәргә бәйле барлыҡҡа килгән. “Китап” нәшриәте әҙерләгән уникаль байрамдың нигеҙенә тап ошо идея һалынған. Бында көй менән һүҙ осраша, ә китап батшалығында яратҡан йырҙар йәнләнә! 11 декабрь көнө китап һөйөүселәр башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштарын ишетә һәм күрә ала, улар үҙҙәренең ижады менән генә уртаҡлашып ҡалмаҫ, ә яратҡан китаптары тураһында ла һөйләр. Был көндө “Китап” майҙансығында ошо артистар сығыштары менән ҡыуандырыр: сәғәт 12.00 – “Бүреләр” төркөмө һәм уның солисы Илшат Абдуллин; – 14.00 – Рөстәм Ғиззәтуллин; – 16.00 – Лиана Хәбибуллина; – 17.00 – Baby Ti; – 20.00 – “Дәрүишхан”, солисы – Ринат Зариповю Кисәне танылған алып барыусы Ильяс Батыргәрәев алып бара. Проекттың авторҙашы, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Р