Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Активлаштырылған күмерҙең файҙаһы тураһында

Күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап яңылыша. Күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкин икән. Мәҫәлән, *һыуытҡыста берәй ризыҡтың оҙағыраҡ ятыуы сәбәпле насар еҫ сыҡһа, активлаштырылған күмер ярҙамға килер. Кәштәләрен йыуып, ҡоротоп һөртөргә лә киң генә һауытҡа бер нисә күмерҙе һалып ултыртырға. Уны 8-10 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.*Ул эс күпкәндә, һауа тулғанда ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе артыуын барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, активлаштырылған күмерҙе даими эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.*Бөйөрҙөң сәләмәтлегенә булыша. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Күмер бөйөрҙө токсиндарҙан таҙарта, уның сәләмәтлегенә ыңғай й

Күмерҙе күптәр аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда ғына ҡулланырға кәрәк, тип уйлап яңылыша. Күмерҙе насар еҫте бөтөрөү өсөн дә файҙаланырға мөмкин икән. Мәҫәлән, *һыуытҡыста берәй ризыҡтың оҙағыраҡ ятыуы сәбәпле насар еҫ сыҡһа, активлаштырылған күмер ярҙамға килер. Кәштәләрен йыуып, ҡоротоп һөртөргә лә киң генә һауытҡа бер нисә күмерҙе һалып ултыртырға. Уны 8-10 сәғәт тирәһе һыуытҡыста тоторға. Бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмаҫ.*Ул эс күпкәндә, һауа тулғанда ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе артыуын барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, активлаштырылған күмерҙе даими эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.*Бөйөрҙөң сәләмәтлегенә булыша. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Күмер бөйөрҙө токсиндарҙан таҙарта, уның сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.*Аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда, уҡшыуҙан, эс китеүҙән, ауыртыныуҙан һаҡланыу һәм иң мөһиме токсиндарҙы нейтралләштереү өсөн тиҙ генә күмер эсергә кәрәк. *Активлаштырылған күмерҙе битте таҙартыусы, сәсте нығытыусы, теште ағартыусы, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүсе косметика сараһы, эскесене һауыҡтырыусы дарыу булараҡ та ҡулланалар. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!