Найти в Дзене

Фән һәм сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән килешеүгә ҡул ҡуйҙылар

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу сиктәрендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – Вуз-ара кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты “Ростех” Дәүләт корпорацияһы менән стратегик уҙаҡташлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. Өфө университеты “Ростех”тың терәк вуздар Советы составына инде, ул бөгөн 20-нән ашыу алдынғы университетты берләштерә һәм илдең технологик суверенитетын нығытыу һәм алдынғы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн фән һәм сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Килешеү сиктәрендә яҡтар алдынғы технологиялар булдырасаҡ, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрәсәк, Тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре башҡарасаҡ һәм Корпорация предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк. – Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостанда “Ростех” дәүләт корпорацияһының тәүге терәк юғары уҡыу йорто булды. “Ростех” менән уҙаҡташлыҡта университет хәрби, граждан һәм пилотһыҙ авиация

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу сиктәрендә Евразия фәнни-белем биреү үҙәге – Вуз-ара кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты “Ростех” Дәүләт корпорацияһы менән стратегик уҙаҡташлыҡ тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр. Өфө университеты “Ростех”тың терәк вуздар Советы составына инде, ул бөгөн 20-нән ашыу алдынғы университетты берләштерә һәм илдең технологик суверенитетын нығытыу һәм алдынғы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн фән һәм сәнәғәт кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Килешеү сиктәрендә яҡтар алдынғы технологиялар булдырасаҡ, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрәсәк, Тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре башҡарасаҡ һәм Корпорация предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк. – Өфө фән һәм технологиялар университеты Башҡортостанда “Ростех” дәүләт корпорацияһының тәүге терәк юғары уҡыу йорто булды. “Ростех” менән уҙаҡташлыҡта университет хәрби, граждан һәм пилотһыҙ авиация өсөн инновацион ҡарарҙар әҙерләйәсәк. “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе базаһында авиация сәнәғәте өсөн инновацион электр машиналарын эшләү планлаштырыла. Юғары уҡыу йортоноң ҡеүәтен һәм индустрияны берләштереү алдынғы ҡарарҙар булдырыуҙы тиҙләтәсәк һәм илдең технологик лидерҙарын әҙерләргә ярҙам итәсәк, — тип белдерҙе Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Университет “Ростех” менән берлектә кадрҙар әҙерләүҙең епһеҙ системаһын төҙөй. Был инженер кластары, “Профессионалитет”, “Крылья Ростеха” һәм “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженер мәктәбе проекттары. Корпорация ихтыяжын иҫәпкә алып, юғары уҡыу йорто урта һәм юғары белем биреүҙең төп йүнәлештәре буйынса белгестәр әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүгә әҙер. Фото: pravitelstvorb.ru.