Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәрмәкәй яҡтарында уҡыусыларыбыҙ артһын!

Башҡортостандың һәр төбәгендә лә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуын теләйбеҙ. Ошо маҡсатта матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ун көнлөгө мәлендә Йәрмәкәй яҡтарында булып ҡайттыҡ. Төрлө милләт вәкилдәрен туплаған был районда бер ғаилә булып татыу йәшәйҙәр һәм йәнтөйәктәренә хеҙмәт итәләр. Райондағы берҙән-бер удмурт ауылы Күпсәнәйҙә булып, ундағы халыҡтың йәшәү-көнкүреше менән таныштыҡ. Үҙәренең туған телдәрендә һөйләшеүҙәре һоҡландырҙы, йолаларын да онотмайҙар. Ҙур матур йорттар, һәр ихатала тиерлек техника, ҡул эше оҫталары ла күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеүҙәре ҡыуаныслы күренеш. Һыуыҡкүл ауылын да уңғандар төйәк иткән. Фәнүзә Сулпанова етәкселек иткән Һыуыҡкүл урта мәктәбе коллективы менән осрашыу ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уҡытыусылары менән дә, уҡыусылары менән дә көслө мәктәп. Уҡытыусылар араһында “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар булыуын ишетеп тағы ла һөйөндөк. Уларҙың һаны киләһе ярты йыллыҡта тағы ла ишәйер әле. Йәрмәкәй тарафынан мәҡәләләребеҙ тиҙҙән гәзит биттәрендә дон

Башҡортостандың һәр төбәгендә лә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуын теләйбеҙ. Ошо маҡсатта матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ун көнлөгө мәлендә Йәрмәкәй яҡтарында булып ҡайттыҡ. Төрлө милләт вәкилдәрен туплаған был районда бер ғаилә булып татыу йәшәйҙәр һәм йәнтөйәктәренә хеҙмәт итәләр. Райондағы берҙән-бер удмурт ауылы Күпсәнәйҙә булып, ундағы халыҡтың йәшәү-көнкүреше менән таныштыҡ. Үҙәренең туған телдәрендә һөйләшеүҙәре һоҡландырҙы, йолаларын да онотмайҙар. Ҙур матур йорттар, һәр ихатала тиерлек техника, ҡул эше оҫталары ла күп. Йәштәрҙең ауылда төпләнеүҙәре ҡыуаныслы күренеш. Һыуыҡкүл ауылын да уңғандар төйәк иткән. Фәнүзә Сулпанова етәкселек иткән Һыуыҡкүл урта мәктәбе коллективы менән осрашыу ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уҡытыусылары менән дә, уҡыусылары менән дә көслө мәктәп. Уҡытыусылар араһында “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар булыуын ишетеп тағы ла һөйөндөк. Уларҙың һаны киләһе ярты йыллыҡта тағы ла ишәйер әле. Йәрмәкәй тарафынан мәҡәләләребеҙ тиҙҙән гәзит биттәрендә донъя күрер. Автор фотолары.