Авторы: Илгиз Истамғәлин
(башҡортса хикәйә-рассказ на башкирском языке)
Көҙ. Ҡояш байып барған ваҡыт. Ҡасаба халҡы эш көнөн йомғаҡлап өйҙәренә ашыҡты. Мәктәптәрҙән дәрестәрен тамамлап сыҡҡан балалар урамдарға атлыҡты. Улар сыр-сыу килешеп көлөшәләр, төртөшөп тә алалар, үҙ-ара нимәләрҙер тураһында һөләшә-һөйләшә атлайҙар, әйтерһең, улар көнө буйы уҡыуҙан бөтөнләй арымағандар ҙа, тиерһең.
Ҡояш байыны. Ҡасаба өҫтөнә эңер төштө. Яңы ғына тауыштарға күмелгән урамдар тынып ҡалды. Урам фонарҙары берҙәм генә яҡтылыҡ сәсте. Өйҙәрҙә лә ут ҡабыҙҙылар, тәҙрәләрҙә яҡтылыҡ барлыҡҡа килеп, өй эсендәгеләрҙең йәшәйеше күренде. Меңәрләгән тәҙрә, һәр береһендә мең төрлө яҙмыш. Эй, тормош тигәнең ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та күренештәр менән сағыла. Ана, бер тәҙрәнән ихлас, татыу бергә-бергә сәй эсеүсе ғаилә күренә, икенсеһе төбөндә һәйкәл кеүек ҡатып ҡалған яңғыҙ ҡатын һыны, ә өсөнсөһөндә ыҙғыш, талаштан ары китә алмаған ир менән ҡатын һаман да нимәнелер бүлешә алмай бер-береһен ҡыйырһыта...
Юл ситенән бер ир килә. Ул дини кеше, намаҙға баҫҡан, тик бөгөн иманынан яҙҙы, тағы ла рюмка күтәрҙе, шуның өсөн дә янынан үтеүсәләргә иғтибар итмәй генә, оялып шәп-шәп атлап барыуы. Берәйһе араҡы еҫен һиҙеп ҡуймаһын тип, магазин һатыусыһынан да алданып сыҡҡанын да белмәй китеп барыуы. Ул үтеп киткән магазин янында ике ҡатын ғәйбәт һата. Уларҙың инде оялырға, кеше ишетә тип уңайһыҙланырға ваҡыты юҡ, хәйер донъяларын онотоп кемдеңдер яҙмышын аҡтаралар, тәнҡитләйҙәр.
Дини егеткә ҡаршы килеүсе оло йәштәге ағай бигерәк тә йәл. Инде нисәмә йыл бер туған ҡустыһы менән күрешкәне лә, осрашҡаны ла, ҡунаҡҡа йөрөшкәне лә юҡ, сөнки ҡан дошманға әүерелгән туғанына атай йорто тупһаһына баҫыу тыйылған. Ә үҙенең улы атаһын бар тип тә белмәй, ҡайҙалыр алыҫ ҡалала йәшәй, яҡын кешеләренең нисек йәшәп ятыуҙары менән ҡыҙыҡһынмай.
Бушап ҡалған юлда бер ҡара машина күренде. Уның эсенән ишетелгән көслө музыканың тауышы бөтә ҡасабана яңғыратты. Өҫтәүенә, ҙур тиҙлектә килгән тимер арба ике ғәйбәтсенең өҫтәренә барып менә яҙҙы, күрәһең ләззәткә бирелгән, музыканан иҫерек хәленә ингән водителдең күҙҙәре томаланғандыр.
Быларҙы күҙәтеп торған зат ҡына ҡыуаныстан урам яңғыратып көлдө, ауыҙынан шайыҡтарын сәсрәнеп һөрәнләне, тантана итте. Теге музыка тауышына үрле-ҡырлы һикереп алды, түңәрәк әйләнеп килбәтһеҙ бейеп сыҡты...
Ул уттан яралтылды. Шуның өсөн тупраҡ һәм балсыҡтан эшләнгән әҙәм затынан юғары булырға хаҡлымын, тип уйланы. Шайтан Әҙәмгә түгел, ә Әҙәм Шайтанға баш эйергә тейеш, тип йәшәне. Аллаһ Тәғәлә тарафынан, ҡиәмәт көнөнә тиклем, йәшәү мөмкинлеге алып, ер йөҙөнә аяҡ баҫты. Ошонда үҙ-үҙе менән ҡауышып, төрлө ҡитғаларҙа йомортҡалар һалып, үҙе һымаҡтарҙы арттырҙы. Аллаһ ҡарғышын алған һәм ғәфү ителеү мөмкинлеген юғалтҡан зат, ҡиәмәт көнөнә тиклем Әҙәм балаларын тура юлдан яҙҙырасаҡмын, иманға юлдарын ҡаплап торасаҡмын, күңел асыу, байлыҡ, власть бәхет килтерәсәк, тип күдерәсәкмен, тип ант әйтте. Ҡасандыр үҙе ожмахта йәшәгән Шайтан Әҙәмде лә ожмахтан ҡыуҙыртыу һәм Ергә төшөртөү өҫтөндә оҙаҡ булышты...
МММММММММ
Мәүлит төҙөлөш бригадаһында эшләгән ваҡытында эсергә өйрәнде. Йәш ине әле. Тәүге мәлдә бригадаларында эш алдынан берәү, эш аҙағынан икәүҙе “һуғып алыу” йолаһы булһа, аҙаҡҡа ҡарай ҡолағансы эсеүгә әүерелеп китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Берәүҙәрҙе эскелек һаҙына батырған, икенселәрҙе әжәл тырнағына ташлаған афәт, Мәүлитте эшһеҙлек һәм яңғыҙлыҡҡа алып килде. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Сания менән дә шул эскелек кенә айырҙы. Алсаҡ, мөләйем йөҙлө, бар ерҙә лә өлгөр ҡыҙ, тормошон йәшел йылан ҡоло менән бәйләргә теләмәне.
Күҙ йәштәре аша:
Ҡәҙерлем минең, ниңә мине лә, үҙеңде лә бәхетһеҙлеккә этәрәһең? Нимә булыр беҙҙең менән? Һөйөүөбөҙ хаҡына, зинһар өсөн, эсеүеңде ташла, үтенеп һорайым... – тип, күҙ йәштәренә быуылып иланы Сания.
Мәүлит һүҙһеҙ ултыра бирҙе. Әйтер һүҙе бөткәйне һымаҡ... Шунда Шайтан килде һәм уның ҡолаҡ төбөндә шыбырланы:
Ниңә түбәнселәнәһең? Һин бит ир кеше, ә алкоголик түгел. Әйт үҙеңдең һүҙеңде! – тине лә юҡ булды.
Мәүлит һикереп торҙо.
Ысынлап та, һин ни өсөн мине йәберләйһең әле. Мин бер эскесе һымаҡ һинең алдыңда ғәйепле кешеләй ултырам.
Шайтан тағы килде:
Яратмайым, һин миңә кәрәк түгел, тип әйт. Ҡайҙа бара ул, һинән башҡа кемгә кәрәкһен...
Миңә кәрәк, мин бит яратам, тип уйланы Мәүлит. Тик Шайтан үҙенекен тыҡыны:
Бирешмә, егет. Ул бит һинең тормошоңа хужа булырға теләй... – тине лә тағы ла юҡ булды.
Мәүлит ышанды, һикереп килеп торҙо ла ҡысҡыра башланы:
Әәә, мин һине аңланым. Мине контроль аҫтына алмаҡсы булаһың тимәк. Ҡайҙа барыуым, кем менән осрашыуым, ниндәй урында эшләүем матриархат контроле аҫтында буласаҡ тимәк.
Мәүлит, нимә тураһында һөйләйһең һин? Ниндәй контроль? Мин бары тик... – иҫ-аҡылы киткән Сания ни әйтергә белмәй туҡтап ҡалды.
Етте, кит янымдан. Мин... мин һине бөтөнләй ярат... яратмайым...
Ҡапыл тынлыҡ урынлашты. Сания бер-ике аҙым артҡа шылды ла, кинәт боролоп китеп барҙы. Мәүлит ергә сүгәләне... Тик ситтән йылмайып торған Шайтанды ғына берәү ҙә күрә алманы.
Бер йыл самаһы ваҡыт уҙғас Мәүлит эсеүен ташланы, дин юлына баҫҡан класташы килеп намаҙға өйрәтте. Эсеп-эсеп тә йән тыныслығы таба алмаған Мәүлит Аллаһ ҡаршыһында үҙен тапты. Тик Санияһы ғына Вәкил исемле егеткә тормошҡа сыҡҡан ине.
Бына бөгөн инде тағы араҡы эсте. Үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ике рюмканы төп күтәрҙе. Иманына хыянат итеүен уйлап ҡайғырған булды, ниңә эстем икән, тип уйланды. Көн һайын ҡолағына шыбырлаған Шайтандың тауышын ишетеүен, тик аңы менән аңлау кимәленә етмәүен генә төшөнә алманы.
Эс, Мәүлит, бер-ике рюмканан бер нәмә лә булмаҫ. Ҡөрьәндә лә бит эсеү тыйылмаған, - тип ялғанлап килде Шайтан.
Әле бөйөк Аллаһ китабының асылын аңлап етмәгән егет бирелде. Ана ул, киске урам буйлап өйөнә табан атлай. Ә Шайтан бейей...
Сания Мәүлиттең һуңғы һүҙҙәрен ғәфү итә алманы. Кешенән ишетеп уның эсеүен ташламауын, төҙөлөш компанияһынан эштән ҡыуылыуын белгәс тағы ла нығыраҡ асыуланды. Ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, күптән алсаҡ та, һылыу ҙа ҡыҙҙы оҡшатып артынан ҡалмаған Вәкилгә кейәүгә сығырға ризалыҡ бирҙе. Шулай үс алырға теләүен үҙе лә аңлап етмәне, шикелле. Туйҙарына бер аҙна тирәһе ваҡыт ҡалғас, Сания түҙмәне, Мәүлитте күреп һөйләшеп ҡарарға уйланы.
Шайтан Сания янына ултырҙы.
Эйе, дөрөҫ уйлайһың, Сания, бар күреш. Аңлашырға тырышығыҙ! – тине. Шул һүҙҙәрҙе әйтте лә күп эсеүҙән башы ауыртып, ни эшләргә белмәй әсәһе йортонда ултырған Мәүлит янына осто.
Мәүлит, шкафтағы аҡ тышлы иң ҡалын китаптың араһында әсәйеңдең йәшереп ҡуйған пенсияһы ята. Шуны алып тор, юғиһә үлеп ҡалыуың ихтимал. Эшкә төшкәс тә тәүге аванстан уҡ кире урынына һалырһың. Әсәйең оло, аҡсаның әҙерәк кәмеүен белмәй ҙә ҡалыр, ә һинең һаулығың яҡын кешең өсөн мөһимерәк.
Мәүлит тиҙ арала аҡса табып алыуына үҙә лә аптыраны. Уны эҙләп килеп ингән Сания бер нәмә белмәй ишек төбөндә йоҡлап иҫереп йоҡлап ятҡан бахыр әҙәмде күреп сикәләре буйлап күҙ йәштәре тәгәрәне. Ишектән кире сығып китте.
Бер аҙнанан Сания менән Вәкил ғаилә ҡорҙо. Татыу ғына тормош башланды һымаҡ ине. Әммә йәш ғаилә, быны күреп торған Шайтандың иң бөйөк эшен башҡарыу уйы менән йәшәүен белмәйҙәр ине.
Эштән ҡайтырға сыҡҡан Вәкилдең ҡаршыһына сыҡты.
Беләһеңме, һинең ҡатының туй алдынан үҙенең Мәүлитенә йөрөнө, - тине. – Әлеге ваҡытта ла шундай уйҙар башынан сыҡмай. Һин бит ир кеше, хыянатҡа юл ҡуйырға тейеш түгелһең.
Уйлана-уйлана ҡатыны янына ҡайтып барған ир ҡапыл туҡтаны. Юл ситенә сығып таш өҫтөнә ултырҙы... Уның янынан үтеп барыусылар яңғыҙ ирҙе генә күрҙе, тик уның янында ултырған Шайтанды береһе лә күреү һәләтенә эйә түгел ине.
... Бынан һуң ғаиләлә ыҙғыштар башланды. Бына бөгөн дә тәҙрә аша ҡулдарын һелтәй-һелтәй ярһып һөйләгән ирҙе, биттәрен устары менән ҡаплап үкһеп илаған ҡатын күренде. Кәҙгә күренмәҫ Шайтан икәүһе араһында өҫтәл өҫтөндә аяҡтарын салып йылмайып ултырҙы. Тиҙҙән, был эштән һуң, башына таж кейәсәге тураһында уйланып, ҡыуанып ҡуйҙы.
Вәкилде тормош йәлләмәне бер ваҡытта ла йәлләмәне. Хатта көтмәгәндә был донъяны бер-бер артлы ата-әсәһе ташлап киткәс, ағаһы бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Ул ваҡытта Хәкимйән ғаиләле, 3 бала атаһы ине, ә Вәкил яҡындағы ҡалала эшләп йөрөй ине. Берҙән-бер көндө ағай кеше ни өсөндөр атай йортоноң кемгә ҡалыуы тураһында һүҙ ҡуҙғалтты.
Атай тере саҡта әйтә торғайны, был нигеҙ оло улыма, Вәкилгә ер бүлдерттем, шунда яңынан өй төҙөйбөҙ, тип. Шуға һин дә ҡаршы килмәҫһең, тип уйлайым. Был йортто ҙурайтып өлкән улыма йәшәргә урын хәстәрләргә уй бар, - тине.
Бындай һүҙҙәрҙе атаһы тере саҡта бер ваҡытта ла ишетмәгән Вәкил аптырауға ҡалды, ҡапыл ғына ни тип әйтергә лә белмәй телен тешләне. Ағай кеше дауам итте:
Күптән ҡала кешеһе булып бөткәнһең, һине ни ауыл тормошо ҡыҙыҡһындырмай ҙа инде ул, тип көлөмһөрәне.
Ағай, ғаилә ҡорорға уйлап йөрөйөм, шуның өсөн атай нигеҙен йәтим итмәй, ошонда ҡайтып йәшәргә тип уйлап йөрөй инем... Атайҙың ундай һүҙҙәр әйткәнен дә иҫләмәйем.
Быға тиклем инде күптән Хәкимйән менән һөйләшеү алып барған Шайтан, ике туғанды ике яҡтан ҡосаҡлап урталарына ултырҙы.
Хәкимйән, ата-әсәне кем күбәрәк ҡараны әле ул. Һинме әллә ҡаланан ҡайта белмәгән тинтерәк Вәкилме? – тине ағай кешегә, шунан Вәкил яғына боролоп өҫтәне. – Өй кинйә улға ҡала тиҙәрме әле ул һеҙҙең халыҡта...
Вәкил, атай-әсәй тере саҡта уйлайҙар ул турала. Хәҙер һуң инде. Ишетмәгәнһең, тимәк өйҙә тормағанһың.
Шайтан телгә килде:
Тимерҙе ҡыҙыуыда һуғырға кәрәк. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, документтар эшләп ҡуйыу зарур.
Мин документтар әҙерләп бөткәнмен инде, һинең ҡултамғаң кәрәк, - тине Хәкимйән иҙәнгә төбәлеп.
Тимәк, бер туған ҡустыңды атай йортонан ҡыуаһың инде, - тине Вәкил аяғына баҫып. – Әлегә уйлайым әле.
Шул һүҙҙәр менән рәнйегән күңелен баҫырға теләп тышҡа сығып китте.
Ҡыйынға тура килде Шайтанға был эште атҡарып сығыуы. Хәкимйән ғаилә ҡороп ебәргән ҡустыһын йәлләп, уйынан кире ҡайтырға ла уйлап бөткәйне бер ваҡыт. Тик магазинда һатыусы булып эшләгән Хәкимйәндең ҡатыны Мөнирәне лә был эшкә ҡушырға тура килде. Быныһы инде әллә ни ауыр булманы. Прилавка артында яңғыҙы тороп ҡалғанын көтөп алды ла, ҡуйы сәстәренә барып йәбеште, ҡатындың ҡолаҡтары эсенә телен тығып ялап алды, муйындарынан үпте.
Ҡәҙерлем, тәмлекәсем, улың өйһөҙ ҡалырға тора. Замана еңел түгел, өй төҙөү өсөн аҡса табаһы кәрәк. Ҡайның йорто һеҙҙең ҡул аҫтында ҡалырға тейеш.
Шайтан сығып ары китте, ә Мөнирә борсолоуға ҡалып тороп ҡалды.
Бынан һуң эштәр тәрәнгә китәсәген, ағай кеше ҡустыһын тупһанан бәреп төшөрәсәген, туғандарҙың аралашыуына нөктә ҡуйыласағын күҙаллап Шайтан ҡыуанды, урамдарҙы яңғыратып йырҙар һуҙҙы. Тик Мөнирәгә унда-бында инеп, уның менән ләззәтләнеп алырға, эшкә дөрөҫ йүнәлеш биреп торорға ғына кәрәк буласаҡ.
Бөгөнгө көндә лә инеп сыҡты магазинға уттан яралған зат. Һуңғы көндәрҙә иманы бер аҙ ҡаҡшаған Мәүлитте йөҙ һумға булһа ла оторға Мөнирәне күндереп сыҡты. Ә ул мәхлүк Шайтан биргән һыуҙы уртлағас, аҡсаһын һанарға ла онотто.
Ана теге ике ҡатындар тап Мәүлитте сәйнәп торалар бит. Уның магазиндан сығыуын ҡарап торалар ине, Шайтан яндарына килеп:
Беләгеҙме, ханымдар, бынау мулла ишараты эсә башлаған икән, - тине.
Беренсе ҡатын:
Кеше ышандырып мулла булып йөрөгән була, үҙе ләйаҡыл иҫереп ҡайтып бара бит әле.
Ана шундай кешеләр эскеселәр, уйнаштар дингә килә бит әле. Имеш, гонаһтарынан таҙарыналар. Хоҙай ундайҙарҙы ғәфү итмәй, киреһенсә, гонаһтар өҫтәлә генә ти.
Шулайҙыр, шулайҙыр...
Шайтан башҡаһын ишетмәне, быныһы өсөн дә ҡәнәғәт ине ул. Ә Мәүлит шарылдап һөйләшкәндәр тауышын яҡшы ишетеп ғәрләнде. Эх, белмәйҙәр шул, ғәйбәт һөйләү тағы ла ҙурыраҡ гонаһ булыуын, тип уйланы әсенеп. Кешеләрҙең теле булмаһа, ифрат күптәре ожмахҡа эләгерҙәр ине, тип әйтелә бит хәҙистәрҙә.
Шайтанға былар ҡыуаныс ҡына. Тәмәке тартҡан, араҡы эскән кешеләргә һеҙгә намаҙ уҡыу ярамай, гонаһ, тип күндереп тороуо иң еңел эш. Белһәләр икән, эште намаҙҙан башлаһалар, әкренләп төтөн һурыу, хәмер һемереү теләге үҙенән-үҙе уларҙың тәненән һурылып ятып ҡалыуын...
Шайтан Ер шарының һәр ҡитғаһында үҙәнең ҡорбандарын эҙләне. Ғибәҙәт ҡылмаған, динде мөһим һанамаған кешеләр тиҙ эләктеләр уның ҡорған ауҙарына. Белемдәре булмаған йәхил әҙәмдәр уның ҡотҡоһона көндән көн тәрәнерәк сумыуҙарын аңлар хәлдә булманылар. Хәкимйән Вәкилде тупһанан бәреп төшөрҙө, әммә даулап алған йорто бөтөнләй буш ҡалды, сөнки уның өлкән улы Ринатты Шайтан атаһына ҡаршы ҡотортто. Ана, яңы ғына машинала күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, көслө музыка яңғыратып үтеп киткән егет, үҙенә ғүмер биргән кешеләре менән һөйләшеү түгел, хәлдәрен дә һорашыуҙы кәрәк, тип тапмай. Ата һәм улдың аралашыу өсөн аҙым эшләргә әҙерләнеүен белеп ҡалыу менән, яндарына барып кире уйларға мәжбүр итеп тора.
Мммммм
Ҡапыл ғына ҡасаба өҫтөн аҙан тауышы биләп алды... Ҡылған эштәренән ҡәнәғәт булған Шайтан, аҙан ваҡыты еткәнен һиҙмәй ҡалды. Бына хәҙер “пырр-р-р” тигән тауыштар ғына ишетелеп ҡалды, ул йәшен тиҙлегендә ҡасабаны ҡалдырып 50-60 саҡрымға яланға ҡарай осто. Кешелек өҫтөнә иман нуры таралды, Мәүлит тротуар уртаһында туҡтап ҡалды. Ул: “Әстәғәфируллаһ, Раббым ғәфү ит!” – тип, ҡат-ҡат ҡабатланы. Вәкил менән Сания ирешеүҙән туҡтап ҡалдылар, һәр ҡайһыһы бер-береһен рәнйетер һүҙҙәр әйтеүҙәрен уйлап ҡайғыралар ине. Ғәйбәтсе ҡатындар ҙа, магазинда торған Мөнирә лә тынысландылар. Аҙанды ишетеүселәрҙең һәр ҡайһыһы эшләгән хаталары, ҡылған гонаһтары тураһында уйланалар ине. Һигеҙ ожмах ишегенең береһе үкенеүселәр, таҙарыныусылар, Аллаһ алдында ғәфү үтенеүселәр өсөн һәр ваҡыт асыҡ тороуон белһәләр ине икән.
Урам буйлап үтеүсе кешеләр ҙә илаһи көстө һиҙәләр ине, тик мәғәнәһен аңларлыҡ белемдәре генә етмәне.
Аллаһу Әкбәр, Аллаһу әкбәр
Аллаһ иң бөйөгө, Аллаһ иң бөйөгө.
Әшһәдү әллә Иләһә Илаллаһ...
Мәүлит юл ситенә йәшел үләнгә сыҡты ла намаҙ уҡый башланы. Шайтандан ысҡынған йөрәгенең иманға ынтылыуын баҫа алманы ул. Әҙәм балаларының борсаҡтан бөртөгөндәй булһа ла иманы булғандары һоҡланып ҡараһалар, күңелдәре аҙашҡандары ғәжәпләнеүҙәрен һиҙҙермәҫкә тырышып, тиҙерәк был тирәнән үтеп китергә ашыҡтылар. Ә яланда яңғыҙы ҡалған Шайтан ҡалтырана-ҡалтырана аҙан туҡтауын, намаҙ ваҡыты үтеүен көтә ине.