Һуғандың көслө антибактериаль тәьҫире бар, был турала барыһы ла белә. Яңы һығылған һуған һуты һәм бал менән бронхит һәм пневмонияны дауалайҙар, йүтәлде бөтөрәләр. Ҡырылған һуғандан компрессорҙар ҡолаҡ һыҙлауын баҫа һәм хатта, аяҡҡа һалһаң, тән температураһын да төшөртә ала. Тик күптәр духовкала бешкән һуғандың файҙаһы тураһында белеп бөтмәй. Термоэшкәртеү ваҡытында ул үҙенең файҙалы яҡтарын юғалтмай, ә киреһенсә, көслөрәк тәьҫир итә башлай! Бешкән һуған шештәр һәм оҙаҡ уңалмаған яраларҙы еңергә ярҙам итә. Һуғанды ҡабы менән бергә бешерергә һәм, шәбәйгәнсе, ауыртҡан урынға һалырға кәрәк. Фурункулдарҙы дауалағанда ла бешкән һуғанды файҙаланырға кәрәк. Йылы һуғанлы компрессты проблемалы урында көнөнә 20 минут тоторға кәрәк. Һәм күп тә тормай фурункул юҡҡа сығасаҡ. Духовкала бешерелгән һуған ярҙамында хатта гемморойҙы ла дауалап була. Һуғанлы компресстар дезинфекция тәьҫиренә эйә һәм тирегә тиҙ арала тергеҙелеү мөмкинлеге бирә. Ҡан ойошоу менән проблемалары булған кешеләргә лә бешкән һуған