Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, махсус хәрби операция геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең төп бурыстарҙың береһе. Уның белдереүенсә, бында улар саралар исемлеген киңәйтеү өҫтөндә генә түгел, ә был ярҙамды алыу уңайлы булһын өсөн дә эшләйҙәр. Артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында. Бөгөн республика ҡалаларында һәм райондарында – Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Нефтекамала, Өфөлә, Баймаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Мәләүез райондарында МХО-ла ҡатнашыусыларға ун берҙәм ярҙам үҙәге эшләй. Хәҙер маҡсат – уларҙың һәр муниципалитетта барлыҡҡа килеүе. “Бындай үҙәктәрҙә төрлө: медицина-психология, консультация, юридик, ирекмәнлек ярҙамы күрһәтелә. Бында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары эшләй, улар ветерандарыбыҙҙы һәм туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙы оҙатып йөрөй. Шулай уҡ төрлө саралар, шул иҫәптән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күсмә ҡабул итеүҙәре үтә. Шуныһы мөһим: берҙәм ярҙам үҙәктәренә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, махсус хәрби операция геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең төп бурыстарҙың береһе. Уның белдереүенсә, бында улар саралар исемлеген киңәйтеү өҫтөндә генә түгел, ә был ярҙамды алыу уңайлы булһын өсөн дә эшләйҙәр. Артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында. Бөгөн республика ҡалаларында һәм райондарында – Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Нефтекамала, Өфөлә, Баймаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Мәләүез райондарында МХО-ла ҡатнашыусыларға ун берҙәм ярҙам үҙәге эшләй. Хәҙер маҡсат – уларҙың һәр муниципалитетта барлыҡҡа килеүе. “Бындай үҙәктәрҙә төрлө: медицина-психология, консультация, юридик, ирекмәнлек ярҙамы күрһәтелә. Бында “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторҙары эшләй, улар ветерандарыбыҙҙы һәм туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙы оҙатып йөрөй. Шулай уҡ төрлө саралар, шул иҫәптән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күсмә ҡабул итеүҙәре үтә. Шуныһы мөһим: берҙәм ярҙам үҙәктәренә ярҙамға мохтаждар ғына мөрәжәғәт итмәй. Бында уны күрһәтергә теләүселәр ҙә килә. Бындай кешеләр беҙҙә бик күп”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!