"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһына райондаштар әүҙем ҡушыла. Күп функциялы үҙәктең Иҫке Собханғол бүлеге етәксеһе Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ишбулатова хеҙмәткәрҙәре отпускала булған осорҙа ваҡытлыса бүлмәләрҙе йыйыштырыусы вазифаһын башҡарған Зөһрә апай Әхмәтоваға район гәзитенә подписка бүләк итте. Зөһрә Иркул ҡыҙы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик яҡшы ярҙамсы. Уның улы Артур махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Эстафетаны Айгөл Әнүәр ҡыҙы БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль бүлектәр менән эшләү һәм урындағы үҙидара органдары менән хеҙмәттәшлек итеү идаралығының Бөрйән районы буйынса бүлеге етәксеһе Яҡшыбаев Салауат Сәлих улына тапшырҙы. Дуҫтар! Изгелек акцияһына һәр кем ҡушылып, күп балалы, мохтаж һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын район гәзитенә яҙҙырып, изгелек эшендә ҡатнаша ала. Әйткәндәй, "Таң"ға яҙылыусыларға 13 декабргә тиклем редакция хаҡынан 10 % ташлама менән яҙылыу мөмкинлеге бар. Яҙылығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ! "Таң" г
"Таң" менән изгелек ҡыл!" акцияһына райондаштар әүҙем ҡушыла
3 декабря 20253 дек 2025
~1 мин