Күптән түгел Гөмбә ауылында “Ағы барҙың һыйы бар” тип аталған күркәм тамаша үткән. “Был байрам йыл дауамында башҡарылған эштәрҙе йомғаҡлаусы иң юғары нөктә булды. Байрамда Гөмбә, Билгеш, Ҡашҡа, Әмир ауылдарынан уңышлы фермерҙар ҡатнашты”, – тип хәбәр итте беҙгә Сөмбөл Әсләмова. Байрамға һөт ризыҡтарынан матур, бай күргәҙмә-өҫтәл әҙерләгәндәр. Һәр ауылдың һәм өҫтәлдең хужабикәләре матур итеп йырҙар башҡарған, оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән. Хужабикәләр булараҡ, сараны гөмбәләр асҡан һәм ҡыҙыл эремсек эшләү тәртибе менән таныштырған, уның файҙаһы хаҡында һөйләгән. Билгеш ауылы хужабикәләре йогурт эшләү рецебы менән бүлешкән, шулай уҡ аҡ май бешеү ысулдарын күрһәткән. Ҡашҡа ауылы ҡунаҡтары ҡорот файҙаһы хаҡында ентекле һүҙ алған. Асҡындар клуб эсен өләсәйҙәренең һандыҡ төптәрендә һаҡланған сағыу балаҫтар, төрлө ысулдар менән семәрләп сигелгән таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, мендәрҙәр менән зауыҡлы биҙәгән. – Өләсәйҙәребеҙҙең ҡомартҡылары, ысынлап та, һоҡланыу, ғорурлыҡ уята һәм милләтебеҙҙең а