Ҡәнәферҙең дауалау үҙенсәлектәре күптән билдәле. Ҡытай медицинаһында ул әле лә киң ҡулланыла. Был хуш еҫле үҫемлек бета-каротин, В төркөмө витаминдарына, С, Е витаминына, эфир майҙарына бай. Киптерелгән ҡәнәфер күп ауырыуҙан ярҙам итә. Ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре булғанда, көн һайын ҡәнәфер сәйнәгеҙ. Был кәңәште һаҡлаусылар стоматит, пародонтоз, яңаҡ һөйәге ялҡынһыныуы тураһында онотасаҡ. Ҡәнәфер – ауыҙ ҡыуышлығын сафландырыусы тәбиғи сара. Уның эфир майҙары ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Тамаҡ ауырта башлағанда ла ҡәнәфер сәйнәргә кәңәш итәләр. Ул аш эшкәртеүҙе, матдәләр алмашыныуҙы яҡшырта, ябығырға булыша. Бының өсөн: ашарға 15 минут ҡалғас, ике бөртөк ҡәнәферҙе бер балғалаҡ бал менән сәйнәргә кәрәк. Ҡәнәфер колит, метеоризмды ла дауалай, ашҡаҙан һутының әселеге түбән булған гастрит осрағында килешә. Ҡәнәферҙең составында яман шеш күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлаусы, яңылары барлыҡҡа килеүҙән һаҡлаусы эвгенол матдәһе бар. Рак сире диагнозы ҡуйылған кешеләр уны сирҙе аҙҙырмаҫ өсөн ҡуллана ала. Та