Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Был үләндәр бауырҙы таҙарта

Бауыр ауыртҡанда бөтә организм ыҙалай. Ашағандан һуң ауырлыҡ, ян-яҡ ауыртыу, хәлһеҙлек, уҡшыу, тән тиреһенең төҫө үҙгәреүе - бауырға артыҡ көс төшөү билдәләре. Бауыр токсиндарҙы эшкәртә, матдәләр алмашыныуын көйләй һәм үт бүлеп сығара, шуға күрә уға цирроз, киста һәм майҙың яңынан барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау өсөн даими ярҙам һәм таҙартыу кәрәк. Был орган, айырыуса шифалы үләндәр ярҙамында, тергеҙелә ала. * Әрем аш һеңдереүҙе яҡшырта, холецистит һәм гепатит ваҡытында ярҙам итә. Ике балғалаҡ үләнгә 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә. Ашарға 1,5 сәғәт ҡалғас, көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Дауаланыу курсы – 2-3 аҙна. Бөтнөк (мята) – бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, үт етештереүҙе көсәйтә. 5 грамм япраҡты бер стакан ҡайнар һыуҙа 15 минут төнәтергә. Һәр 3 сәғәт һайын бер аш ҡалағы ҡабул итергә. * Тырнаҡ сәсәкә (календула) матдәләр алмашыныуын һәм үт эшләп сығарыуҙы тиҙләтә. 2 балғалаҡ кипкән сәскәгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 1 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә. * Ромаш
Оглавление
    Был үләндәр бауырҙы таҙарта
Был үләндәр бауырҙы таҙарта

Был үләндәр бауырҙы таҙарта

Бауыр ауыртҡанда бөтә организм ыҙалай. Шуға күрә уның торошо дөйөм сәләмәтлек өсөн үтә мөһим. Һеҙҙең иғтибарға эргәбеҙҙә генә үҫкән үләндәрҙән ябай ғына рецепттар тәҡдим итәбеҙ.

Бауыр ауыртҡанда бөтә организм ыҙалай. Ашағандан һуң ауырлыҡ, ян-яҡ ауыртыу, хәлһеҙлек, уҡшыу, тән тиреһенең төҫө үҙгәреүе - бауырға артыҡ көс төшөү билдәләре. Бауыр токсиндарҙы эшкәртә, матдәләр алмашыныуын көйләй һәм үт бүлеп сығара, шуға күрә уға цирроз, киста һәм майҙың яңынан барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау өсөн даими ярҙам һәм таҙартыу кәрәк. Был орган, айырыуса шифалы үләндәр ярҙамында, тергеҙелә ала.

* Әрем аш һеңдереүҙе яҡшырта, холецистит һәм гепатит ваҡытында ярҙам итә. Ике балғалаҡ үләнгә 1,5 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, төнәтергә. Ашарға 1,5 сәғәт ҡалғас, көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Дауаланыу курсы – 2-3 аҙна.

Бөтнөк (мята) – бауырҙы токсиндарҙан таҙарта, үт етештереүҙе көсәйтә. 5 грамм япраҡты бер стакан ҡайнар һыуҙа 15 минут төнәтергә. Һәр 3 сәғәт һайын бер аш ҡалағы ҡабул итергә.

* Тырнаҡ сәсәкә (календула) матдәләр алмашыныуын һәм үт эшләп сығарыуҙы тиҙләтә. 2 балғалаҡ кипкән сәскәгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 1 сәғәт төнәтергә. Көнөнә 4 тапҡыр яртышар стакан эсергә.

* Ромашка ауыртыуҙы һәм елһенеүҙе бөтөрә, организмды тынысландыра. Бер аш ҡалағы ҡоро сәскәгә ҡайнар һыу ҡойоп, 20 минут төнәтергә. Ярты стаканлап иртән һәм кисен эсергә.

* Һары мәтрүшкә елһенеүҙе баҫа, организмды нығыта. Бер аш ҡалағы үләнгә бер стакан һыу өҫтәп, 15 минут ҡайнатырға, 20 минут торорға һәм көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

* Үләндәрҙе айырым йәки бер нисәүһен бергә ҡулланырға мөмкин. Улар бигерәк тә антибиотиктар ҡабул иткәндән, алкоголь ҡулланғандан һуң бауырға таҙарынырға ярҙам итәсәк.

Материал мәғлүмәт биреү маҡсатында баҫыла. Халыҡ дауалау алымдарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Фото: Розалия Хисаева.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!