Әкрәм ҡатынына бер нисек тә ярай алманы. Өйләнешкәндә үҙ-ара мөнәсәбәттәре йылы ине. Йәшәй-йәшәй әллә тормош мәшәҡәттәре йотто, үҙ-ара һыуындылар. Ҡатыны бөтә нәмәгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ғаиләләге бөтә мәшәҡәттәрҙе тиерлек үҙ елкәһенә алды Әкрәм, түләүҙәрен дә түләне, машина менән ҡатынын да, балаларын да кәрәк ергә йөрөттө, өйгә йыһаздарын да, аҙыҡ-түлеген дә алып ҡайтты. Ләкин ҡатыны көн һайын бер сәбәп табып, йөрәген игәп торҙо. Әкрәмдең эштән ҡайтҡас, тыныслыҡта ял итәһе килә, ләкин бындай көндәр бик һирәк. Ҙур ғауға сығармаҫ өсөн, Әкрәм гел өндәшмәй ҡалды, ләкин түҙемлектең дә сиге була икән. Ул көндө бер бөртөк ҡыҙҙары Әлиәнең 18 йәшенә тип, үҙе теләгән ҡиммәтле телефонды бүләккә алып, иң тәме тортты тотоп яҡшы кәйеф менән ҡайтып ингәйне. Ҡыҙы бүләккә бик ныҡ һөйөндө, ләкин тәмле итеп киске ашты ашай алманылар. Ҡатыны йөҙөн йәмрәйтеп ризаһыҙлыҡ белдерҙе. –Кешенең ирҙәре балаларына 18 йәшкә фатир алып бирә. Беҙҙең атай телефон алып ҡотолған. Башҡалар һымаҡ аҡсалы эш тә таба ал
“Күҙемә күренмә!” тип ҡарғап ҡысҡырып ҡалғайны ҡатыны...
14 декабря 202514 дек 2025
3 мин