Һанаулы ғына көндәрҙән көтөп алған Яңы йыл байрамы ла килеп етер. Олоһо ла, кесеһе лә Яңы йылды көтөп ала, мөғжизәләр көтә, Ҡыш бабай бүләктәрен алып ҡыуана. Йырсылар араһында Яңы йылды ашҡынып, яңы йырҙар ижад итеп ҡаршылаусылар ҙа юҡ түгел. Популяр йырсылар Зинира менән Ризат Рамазановтар ҙа социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яңы йырын тәҡдим иткән. "Шыршы ҡуйҙыҡ, билмән бөктөк, Ҡыш бабайға хат яҙҙыҡ, ниһайәт, йыры ла булды. Көтәбеҙ сихри Яңы йылды", - тип яҙған улар. Йыр "Яңы йыл" тип атала. Уның һүҙҙәрен Гөлсәсәк Саҙретдинова яҙған, көйөн Айҙар Тимербаев ижад иткән. "Бик матур мәғәнәле йыр, бындай йыр булғас, бураны ла буласаҡ, Яңы йыл да киләсәк", - тип баһалап та өлгөргән йырҙы тыңлаусылар. Сығанаҡ: "Интертат" Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
Зинира һәм Ризат Рамазановтар Яңы йылға ниндәй бүләк әҙерләгән?
14 декабря 202514 дек 2025
1
~1 мин