Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Газета "Караидель"

ӘСӘМ ТЕЛЕ, АТАМ ТЕЛЕ, МИНЕҢ ТЕЛЕМ – БАШҠОРТ ТЕЛЕ

Полилингвальная группа детского сада №4 села Караидель присоединилась к республиканской акции «День башкирского языка». Воспитанники играли, танцевали и участвовали в конкурсах на родном языке. Педагоги подготовили для них познавательные мероприятия. Башҡортонабыҙҙа ҡыштың беренсе айы - декабрь башында, гөрләп һәм юғары кимәлдә Башҡорт теле көнөнә арналған сарлар үтә. Күренкеле мәғрифәтсе Мифтәхетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған кисәләрендә Ҡариҙел районы ойошмалары ла әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең төркөмдөң дуҫтары хәбәр итеүенсә ошондай мәртәбәле йыйындар район китапханалыранда, мәҙәниәт усаҡтарында һәм уҡыу йрттарында ҡайнап тора. Әйтер кәрәк, Ҡариҙел район үҙәгенең 4-се балалар баҡсаһы ла был рухи саранан ситтә ҡалманы. Берҙән–бер полилингваль төркөмө Башҡорт теле көнөнә арнап «Әсәм теле, атам теле, минең телем – башҡорт теле”, тип аталған ҡор йыйҙы. Кескәй дуҫтарыбыҙ тәрбиәслере әҙерләгән һынауҙарҙа, һынамыштарҙа, йомаҡтарҙа, тиҙ әйткес бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡарай алды. Бергәләш

Полилингвальная группа детского сада №4 села Караидель присоединилась к республиканской акции «День башкирского языка». Воспитанники играли, танцевали и участвовали в конкурсах на родном языке. Педагоги подготовили для них познавательные мероприятия.

Башҡортонабыҙҙа ҡыштың беренсе айы - декабрь башында, гөрләп һәм юғары кимәлдә Башҡорт теле көнөнә арналған сарлар үтә. Күренкеле мәғрифәтсе Мифтәхетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналған кисәләрендә Ҡариҙел районы ойошмалары ла әүҙем ҡатнаша.

Беҙҙең төркөмдөң дуҫтары хәбәр итеүенсә ошондай мәртәбәле йыйындар район китапханалыранда, мәҙәниәт усаҡтарында һәм уҡыу йрттарында ҡайнап тора.

Әйтер кәрәк, Ҡариҙел район үҙәгенең 4-се балалар баҡсаһы ла был рухи саранан ситтә ҡалманы. Берҙән–бер полилингваль төркөмө Башҡорт теле көнөнә арнап «Әсәм теле, атам теле, минең телем – башҡорт теле”, тип аталған ҡор йыйҙы.

Кескәй дуҫтарыбыҙ тәрбиәслере әҙерләгән һынауҙарҙа, һынамыштарҙа, йомаҡтарҙа, тиҙ әйткес бәйгеһендә үҙҙәрен һынап ҡарай алды. Бергәләшеп башҡорт көйҙәренә тыпырҙатып бейеү, йырлау тәрбиәләнеүселәрҙең күңелдәрен рухи яҡтан байытты.

4-се балалар баҡсаһы коллективына, полилингваль төркөмөндә тәрбиәләнеүсе балаларға, уларҙың атай-әсәйҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм артабан да милли төркөмдәр һанын артыуын теләйбеҙ. Башҡорт теле көнө менән, төркөмдәштәр, милләттәштәр !

Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған
Эҙем бар.
Быуындарға ялғап
Быуындарҙы
Илде тотҡан телем,
Һүҙем бар.

Рәүил БИКБАЕВ