"Талмат" булғанда илебеҙ тыныс Тыумышы менән Йәрмәкәй районынан булған "Талмат" позывнойлы яҡташыбыҙ бөгөн ҡәһәрле дошман менән яғалаша. Яугир 2023 йылдан алып махсус хәрби операция биләмәһендә. Беҙгә Ватан һаҡсыһының ғаиләһе менән танышыу бәхете тейҙе. Хужабикә Татьяна Семенова билдәләүенсә, уның ире күп һөйләп ике уйлай торғандарҙан түгел. Илебеҙҙең һынылышлы осоронда ҡулына ҡорал алыуы – егетлек ул. – Ниндәй ярҙам талап ителһә лә, Йәрмәкәй районы етәкселеге бер ҡасан да "юҡ" тимәй, – тип һөйләй яугирҙең кәләше Татьяна Вячеславовна. – Етәкселәрҙе артыҡ бимазалау – минең өсөн ят күренеш. Ә инде район хакимиәте тарафынан иғтибарҙың беҙгә ҡарата көслө булыуын тойоу, әлбиттә, яҡшы. Хәйер, ярҙамдың барыһын һанап сығыу кәрәкмәйҙер ҙә. Семеновтарҙың өлкән улы Иван Бәләбәй медицина колледжында бюджет нигеҙендә уҡый, бик күп ташламалар менән файҙалана. IX класта белем эстәгән Захар ҙа мәктәптә туҡланған өсөн аҡса түләмәй, түңәрәктәр тураһында шулай әйтергә мөмкин. Биш йәшлек Семен иһә әлегә ә