💸Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2025 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында уртаса айлыҡ номиналь хеҙмәт хаҡы – 72 153 һумға, III кварталда 73 105 һумға еткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 11,1% һәм 10,1% юғарыраҡ. 2025 йылдың сентябрендә республикала уртаса эш хаҡы 72 466 һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән (2024 йылдың сентябре менән сағыштырғанда 8,5% күберәк). Һеҙҙең дә эш хаҡы шулаймы?..