Башҡорт теле көнөнә шәп бүләк.📚 12 декабрь көнө беҙҙең мәктәп уҡыусылары баш ҡалабыҙ Өфөгә , "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижад конкурсына барып, еңеү яулап ҡайттылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев исемен йөрөткән 102 -се башҡорт гимназияһына ул көндө төрлө тарафтарҙан бик күп уҡыусылар йыйылып, шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләү, уның тураһында шиғыр яҙыу, фәнни-эҙләнеү эше башҡарыу кеүек номинацияларҙа көс һынаштылар. Алдан уҡыусыларҙың эштәре ситтән тороп һынау үтте, иң яҡшылары гимназия сәхнәһендә сығыш яһау хоҡуғын алды. 6-сы класс уҡыусылары Динир Ҡотлобаев һәм Вилдан Хисмәтуллин Рауил Бикбаевтың "Бул", "Аталар көтәләр улдарын" шиғырҙарын тасуири ятлап, юғары баһалар алып, конкурстың призерҙары булдылар. 8-се класс уҡыусыһы Денир Һатыбалов шағирға бағышлап шиғыр ижад итеп, еңеүсе тип билдәләнде. Ижади уҡыусыларыбыҙға артабан да шулай тырыш, әүҙем булыуҙарын, матур еңеүҙәре менән беҙҙе ҡыуандырып тороуҙарын теләйбеҙ! Балаларҙың ата-әсәләренә, беҙҙе баш ҡалаға матур