12 декабрҙә Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында башҡорт аттары араһында ҡышҡы сабыштар үтте. Бәйге Рәсәй Конституцияһы көнөнә арналды. Башҡорт аттары төрлө йәш категориялары буйынса көс һынашты. Дүрт заезд булды. Уларҙың береһе “Башҡорт аты-2026” ат спорты турнирына әҙерлек уңайынан ойошторолдо. Йәнә береһе “Аҡбуҙат” ипподромының баш ветеринар табибы Хәлис Килдеғошовтоң иҫтәлегенә бағышланды. Хәлис Миңлеәхәт улы – Баймаҡ районынан. 1996 йылдан алып ипподромдың алыштырғыһыҙ баш ветеринары булған. Быйыл майҙа оҙаҡ ауырыуҙан һуң баҡыйлыҡҡа күскән. Яҙмышындағы иң ауыр ваҡыттарҙа ла һөнәренә, яратҡан эшенә тоғро ҡалған. Билдәле академик Иван Павловтың “Медицина табибы кешене дауалай, ә ветеринар табип – кешелекте” тигән һүҙҙәрен гелән ҡабатлар булған Хәлис Миңлеәхәт улы. Әлеге сабышҡа уның ҡатыны Зәкиә Миһран ҡыҙы һәм бер туған ҡустыһы Хәйҙәр Миңлеәхәт улы килгәйне. Улар шәхес иҫтәлегенә бағышланған икенсе заезда ҡатнашҡандарға үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Бәйге, һәр ваҡыттағыса, йәнле, үтә сәмле бар