Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике ҡатын һәм ике ир һәләк булған

Ял көндәре күңелһеҙ хәбәрҙәр менән башланды. Бөгөн иртәнге сәғәт алтынсыла Магнитогорск - Аэропорт автомобиль юлының 10-сы саҡрымында 21 йәшлек водителдең «Шкода Октавия» автомашинаһы менән Асҡар ауылы яғынан Магнитогорск ҡалаһы яғына китеп барғанда, ҡаршыға килгән "Скания" йөк машинаһы менән бәрелешеүе билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһында "Шкода" водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында һәләк булған. Әлеге осраҡ буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Благовар районында, М5 “Урал” автомобиль юлының 1390-сы километрында ла үлемесле авария теркәлгән. Был юлы «Тойота Рав4» һәм «Эксеед» автомобилдәре бәрелешкән. “Тойота” автомобилендәге пассажир ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Икенсе машиналағы водитель һәм уның пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ Дәүләкән - Талбазы юлының 17-се саҡрымында «Чери Тигго» водителе, рулгә идара итә алмайынса, «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә "Лада"-ның водит
Оглавление
    Ике ҡатын һәм ике ир һәләк булған
Ике ҡатын һәм ике ир һәләк булған

Ике ҡатын һәм ике ир һәләк булған

Ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе Әбйәлил, Благовар һәм Дәүләкән райондарында теркәлгән.

Ял көндәре күңелһеҙ хәбәрҙәр менән башланды. Бөгөн иртәнге сәғәт алтынсыла Магнитогорск - Аэропорт автомобиль юлының 10-сы саҡрымында 21 йәшлек водителдең «Шкода Октавия» автомашинаһы менән Асҡар ауылы яғынан Магнитогорск ҡалаһы яғына китеп барғанда, ҡаршыға килгән "Скания" йөк машинаһы менән бәрелешеүе билдәле.

Юл-транспорт ваҡиғаһында "Шкода" водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе урында һәләк булған. Әлеге осраҡ буйынса Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Благовар районында, М5 “Урал” автомобиль юлының 1390-сы километрында ла үлемесле авария теркәлгән. Был юлы «Тойота Рав4» һәм «Эксеед» автомобилдәре бәрелешкән. “Тойота” автомобилендәге пассажир ҡатын ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Икенсе машиналағы водитель һәм уның пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.

Шулай уҡ Дәүләкән - Талбазы юлының 17-се саҡрымында «Чери Тигго» водителе, рулгә идара итә алмайынса, «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә "Лада"-ның водителе һәм пассажиры - уның ҡатыны медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат була. «Лада»-ның тағы бер пассажиры һәм «Черри» водителе төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!

Фото: "Башинформ"

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!