Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде

Бөрйән районының Ҡотан ауылында заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Медицина пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ әйберҙәр менән тәьмин ителгән. Унда фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттарҙың көтөүе өсөн урындар һәм башҡалар барлыҡҡа килгән. “Фельдшер-акушерлыҡ пункты 252 кеше йәшәгән Ҡотан ауылына медицина ярҙамын күрһәтәсәк”, - тип белдерҙе фельдшер Алһыу Аҫылбаева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ
Оглавление
    Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде
Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде

Ҡотандарҙың тормошона ҡот инде

Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Бөрйән районының Ҡотан ауылында заманса талаптарға һәм стандарттарға яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Медицина пункты халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эше уңайлы булһын өсөн барлыҡ әйберҙәр менән тәьмин ителгән. Унда фельдшер кабинеты, пациенттарҙы ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттарҙың көтөүе өсөн урындар һәм башҡалар барлыҡҡа килгән. “Фельдшер-акушерлыҡ пункты 252 кеше йәшәгән Ҡотан ауылына медицина ярҙамын күрһәтәсәк”, - тип белдерҙе фельдшер Алһыу Аҫылбаева.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән тәьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.

2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.

Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!