Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Бизнесты яҡлаусы – 2025” премияһы еңеүселәрен бүләкләйҙәр

4 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөлә III “Бизнесты яҡлаусы – 2025” республика йәмәғәт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. — “Бизнесты яҡлаусы — 2025” премияһы төбәктә бизнесты һөҙөмтәле үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡтарҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә әүҙем эшләүселәрҙең ҡаҙаныштарын билдәләй, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Конкурста эшҡыуарҙар, юристар, адвокаттар, нотариустар, бухгалтерҙар, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Еңеүселәрҙе һигеҙ номинацияла һайлайҙар: “Бизнес өсөн йыл эксперты”, “Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вә

4 декабрҙә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Өфөлә III “Бизнесты яҡлаусы – 2025” республика йәмәғәт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. — “Бизнесты яҡлаусы — 2025” премияһы төбәктә бизнесты һөҙөмтәле үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән тырышлыҡтарҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә әүҙем эшләүселәрҙең ҡаҙаныштарын билдәләй, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Конкурста эшҡыуарҙар, юристар, адвокаттар, нотариустар, бухгалтерҙар, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Еңеүселәрҙе һигеҙ номинацияла һайлайҙар: “Бизнес өсөн йыл эксперты”, “Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы”, “Бизнес өсөн йыл адвокаты”, “Бизнесты яҡлаусы — йыл патриоты”, “Бизнес өсөн бухгалтер”, “Бизнес өсөн нотариус”, “Эшҡыуарлыҡ хоҡуғы өлкәһендә иң яҡшы ғилми тикшеренеү” һәм “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә эксперт”. Дәғүәселәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары – бизнес хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендәге реаль ҡаҙаныштар, эшҡыуарҙарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү, судта уңышлы яҡлау һәм һуңғы ике йылда ғәҙеллекте тергеҙеү тәжрибәһе. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!