Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, рәхәтләнеп шифаханала ял итеп ятҡан көнө Зиләнең. Яҙлы-көҙлө тынғы бирмәй, көсәйеп киткән баш ауыртыуынан арынырға, дауаланып нығынырға тип килгәйне. Бында бик матур, бүлмәләре уңайлы, дауаланыу саралары ла етерлек. Ҡатын бар шарттары булған ике урынлыҡ бүлмәлә йәшәй. Урын иркен, йоҡо бүлмәһе, хатта ял бүлмәһе бар. Бик ипле генә күрше лә тура килде. Ләйлә артыҡ һүҙ ҡуйыртмай, ҡайһы берәүҙәр ише, эс-бауырға инеп йонсотмай. Үҙе генә бик арыған, йонсоған ҡиәфәттә ине ул. Ял етмәгәне күренеп тора. Ә былай, бик тә күрмәлекле ҡатын. Уға бергә тороуҙарына егерме йыл тулыу уңайынан ире шифаханаға юллама бүләк иткән икән. “Беҙҙе ҡарап, арып та китәһеңдер, аҙыраҡ үҙеңде бағып ал тине”, – тип тыйнаҡ ҡына йылмайҙы ул, шифаханаға нисек килеп сығыу тарихын һөйләгәндә. Зилә уның тәүге төндә бик борсоулы йоҡлағанын күреп йәлләне. Бер нисә көн үткәс кенә, алған дауаланыуының шифаһы тейҙеме, күршеһе иҫ белмәй йоҡланы. Зилә уны хатта иртәнге ашҡа уятырға ла ҡыйманы. Тик аҙ