Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тәжрибә уртаҡлашыу дөйөм мәнфәғәткә хеҙмәт итәсәк

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты вәкилдәре Югра Йәмәғәт палатаһында эш сәфәре менән булды. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, һөҙөмтәле технологиялар менән танышты. Сарала Югра Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Сидорова, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге етәксеһе Гүзәл Тоймурзина ҡатнашты. Элина Ғатауллина эшмәкәрлек йүнәлештәре, республика халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеге тураһында ентекләп һөйләне. Аппарат базаһында төҙөлгән йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгенең төп бурысы булып граждандар йәмғиәтенең башланғыстарын хуплау, әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм йәмғәт ойошмаларының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу тора. Ольга Сидорова үҙ сиратында Югра Йәмәғәт палатаһының роле, файҙалы проекттар һәм уларҙың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. “Юграла ғәйәт ҙур тәжрибә һәм һөҙөмтәле практик эш тупланған, уларҙы үҙебеҙҙең төбәктә йәйелдерергә ниәтләйбеҙ. Ба

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты вәкилдәре Югра Йәмәғәт палатаһында эш сәфәре менән булды. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, һөҙөмтәле технологиялар менән танышты. Сарала Югра Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Сидорова, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, Йәмәғәт проекттарының ресурс үҙәге етәксеһе Гүзәл Тоймурзина ҡатнашты. Элина Ғатауллина эшмәкәрлек йүнәлештәре, республика халҡы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеге тураһында ентекләп һөйләне. Аппарат базаһында төҙөлгән йәмәғәт проекттары ресурс үҙәгенең төп бурысы булып граждандар йәмғиәтенең башланғыстарын хуплау, әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм йәмғәт ойошмаларының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу тора. Ольга Сидорова үҙ сиратында Югра Йәмәғәт палатаһының роле, файҙалы проекттар һәм уларҙың һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. “Юграла ғәйәт ҙур тәжрибә һәм һөҙөмтәле практик эш тупланған, уларҙы үҙебеҙҙең төбәктә йәйелдерергә ниәтләйбеҙ. Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған секторы өсөн файҙалы булыуына һәм һорау менән файҙаланыуына ышанабыҙ. Иң мөһиме, беҙ артабан да аралашыуҙы һәм хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итсәкбеҙ. Йылы, дуҫтарса мөхитте һаҡларға һәм берлектәге тырышлыҡ менән төбәктәрҙең социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртырға ниәтләйбеҙ”, – тип уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Элина Ғатауллина. Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы. ⚡Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!