Беҙҙең ауылда биш Ғәйшә: Ҡара, Мулла, Ябыҡ, Төлкө, Һантый ҡушаматлы ҡатындар йәшәй. Үҙҙәрен шулай айырып йөрөтәбеҙ. Тәүге өсәүһенең ҡушаматы аңлашылып тора. Ә бына ауылдағы бөтә яңылыҡтарҙы, хатта юғалған мал-тыуар тураһында белгеләре килһә, Төлкө Ғәйшәгә баралар. Яңыраҡ бер һарығым юғалды. Таба алмағас, әлеге Ғәйшәгә барҙым: -Ансафтарҙың аласығының артҡы ҡапҡаһынан инеп ҡара. Башы өтөлмәгән булһа, инәүенән танырһың, бәлки, - ти был. Шулай булып сыҡты ла. Өйҙәренә инһәм, ҡатыны күҙен дә йоммай: -Апай, ғәфү ит инде. Балалар ни, һарыҡтың йөнөнә үрелгән ҡыҙыл сепрәкте күргән дә атаһына тотоп килтергәндәр. Ә ул мал таныймы ни... Зинһар, шаулап йөрөмә инде, ризалатырмын, - тине. Ышанып ҡайтып киттем. Бына өс йыл көтәм, хатта йөнөн дә күргәнем юҡ. Әлеге Һантый тигәне, ҡатышып йәшәгән күршем: - Урынына шунда уҡ һарыҡ алырға кәрәк ине. Ә хәҙер “шиш” һиңә, - тип көлөп эсте бошорҙо. Бер ҙә һантый түгел ул, бер ҡатлы, ихлас кеше үҙе. Алдаша, талаша белмәй. ”Әйткәнең көмөш булһа, әйтмәгәнең алтын