Бөгөн Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле, иң наҙлы кешеләр, Әсәйҙәр көнөнә арналған ҙур байрам сараһы, МХОла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәйҙәре ҡатнашлығында"Мөғжизәләр яланы" уйыны булып үтте. Байрам сараһында Түбә һәм Ишмырҙа ауылдарынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар ҙа МХО-ла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләре ине. Сара матур концерт номерҙары һәм ҡотлауҙарға үрелеп барҙы. Шулай уҡ әлеге мәлдә МХОла йөрөгән егеттәргә ярҙам итергә теләктәре булған ауылдаштар "Ярҙам кәрзине"нә тәмлекәстәр, егеттәр өсөн ойоҡбаштар, ҡайнатмалар һалды. ауыл почтаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан район һәм республика баҫмаларына ташламалв хаҡ менән яҙылыу ойошторолдо. Сара гөрләп торған бай өҫтәл артында матур аралашыу, йыр-моң, бейеү менән дауам итте. Киләсәктә ошондай матур осрашыуҙарҙа имен-һау күрешергә яҙһын, тигән теләктәр менән таралышты әсәйҙәр.
Бөгөн Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда, ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле, иң наҙлы кешеләр, Әсәйҙәр көнөнә арналған ҙур байрам сараһы, МХОла ҡатнашҡан
29 ноября 202529 ноя 2025
~1 мин