30 ноябрҙә бөтә илдә Әсәйҙәр байрамы билдәләнә. Был байрам тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Һәр кем ғәзиз, ҡәҙерле кешеһен ҡотларға, яратыуын белдерергә тырыша. Ә бына беҙҙең әсәй был байрамды бөтөнләй яратмай. “Ҡотламағыҙ, минең өсөн байрам түгел ул”, ти. Бының сәбәбе лә бар. Ошо байрам арҡаһында уны ныҡ ҡына рәнйеттеләр. Шуны кисерә алмай. Ауылыбыҙҙа бер ҡатын клуб мөдире булып эшләй. Заманында, бынан 45 йыл самаһы элек, атайым уның әсәһен ташлап, минең әсәй менән өйләнешкән. Хәл былай булған. Атайым менән әсәйем мәктәп йылдарында уҡ бер-береһенә күҙ һалған. Атайым армиянан хат яҙа башлағас, был хәл өй эсендәгеләргә лә билдәле булған. Уҫал, ҡәтғи холоҡло ҡартатайым, атайымдың нәҫелен нимәгәлер яратмай һәм “ҡыҙымды уға бирәсәгем юҡ” тип, күрше ауылдағы дуҫы менән ҡоҙалаша. Йәғни әсәйемде үҙ теләгенә ҡаршы шул дуҫының улына кейәүгә бирә. Армиянан ҡайтҡан атайым да оҙаҡламай икенсе ҡыҙға өйләнә. Ике ғаиләлә лә балалар тыуа. Әммә әсәйем тормоштан уңмай: ире ныҡ көнләшә, ҡул күтәрә. Көтмәгән