Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең бокс легендалары, был спорт төрө буйынса донъя чемпиондары, Олимпия уйындары призерҙары һәм еңеүселәре Софья Очигава, Егор Мехонцев, билдәле спортсылар Саадат Далгатова, Светлана Андреева, Алексей Тищенко, Ирина Серебреникова, Эдуард Абзалимов һәм Әхмәтхан Адилов килде. Ошо ҙур спорт сараһы айҡанлы конференция ойошторолдо. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Бокс федерацияһы генераль секретары урынбаҫары Станислав Стрелков һәм башҡалар ҡатнашты. Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров исеменән сәләмләне. Руслан Таһир улы ошондай сараларҙы республикала үткәреүҙе намыҫ эше тип атаны. Әйткәндәй, ошондай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты 2023 йылда үткәрелгәйне. Быйылғы сарала 180 спортсының ҡатнашыуы - үҙе ҙур мәртәбә. Әйткәнебеҙсә, Рәсәй чемпионатына тотош илебеҙҙән 180 спортсы килде. Уларҙың 11-е Башҡ