Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районында республиканың ҡала һәм район етәкселәре ҡатнашлығында үткән семинарҙа ҡатнашты. Көн ҡаҙағында – биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре һәм урындағы үҙидара органдарының алдағы йылдарға бурыстары. Төбәк етәксеһе республиканың ынтылышлы үҫешен тәьмин итеү һәм кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн берлектәге тырышлыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. –Хөкүмәттең һәм урындарҙағы идарасы командаларҙың берлектәге эшмәкәрлеге арҡаһында ғына лайыҡлы һөҙөмтәгә өлгәшеп буласаҡ. Һеҙҙең һәр берегеҙҙән – хакимиәт башлыҡтарынан, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренән, алда торған бурыстарҙы нисек сифатлы хәл итеүебеҙ тора, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең семинар – биләмәләр үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү, предприятие һәм ойошмаларҙың яҡшы иҡтисади хәлен һаҡлау, социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн мөһим майҙан. Башҡортостан Башлығы муниципалитеттар етәкселәренә 2025 йылдағы яуаплы эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алдағы эшмәкәр