Нефтекама ҡалаһынан Алексей Савельев – “Башҡортостан геройҙары” программаһы ҡатнашыусыһы. Әйткәндәй, күптән түгел уның атаһы Михей Ғәйнулла улына “Ватан һаҡсыһы атаһы” йәмәғәт миҙалын тапшырҙылар. Ул Ҡалтасы районында тыуған һәм, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы балалар кеүек, бәләкәйҙән туған колхозы баҫыуҙарында тир түгеп үҫкән. Ул – хеҙмәт ветераны. Алексей Савельев әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, эшләй. Әммә Чечняла хәрби сыуалыштар башланғас, ситтә ҡала алмай. Ундағы хеҙмәте өсөн Алексей Эске эштәр министрлығының I һәм II “Хеҙмәттәге отличиеһы өсөн” түшкә тағыла торған билдә, “Яуҙағы ҡаҙаныштары өсөн” һәм “Кавказдағы хеҙмәт өсөн” миҙалдар менән наградланған. Ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған, ғаилә ҡорған, ике ул үҫтергән. 2014 йылдың яҙында Украинаның Донбасс халҡына ҡаршы ҡоралланған агрессияһы башланғас, Алексей хәрби тәжрибәнең кәрәк буласағын аңлай. Ул Дмитрий Уткин командалығындағы ҙур булмаған батальон-тактик төркөмгә ҡушыла. Луганскиҙағы яу юлдары өсөн